Геройҙар дәүере
2 Сентябрь 2025, 04:00

МХО уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән

Бер ғаиләнән ике яугирҙең яҙмышы.

МХО уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткәнМХО уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән
МХО уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән

Махсус хәрби операцияға бәйле ауыр хәл-ваҡиғалар сағылышында кеше рухының көсөн байытыусы һәм һыҙыҡ өҫтөнә алыусы мәлдәр ҙә бар. Шундай тарихтарҙың береһе – Ибәтуллиндар ғаиләһенең үҙ иленә тоғролоҡ һәм батырлыҡ өлгөһө.

Махсус хәрби операция Урал Ибәтул­линдың тормош юлын ҡырҡа үҙ­гәрт­кән. Хәрби хәрәкәттәр баш­ланғас, ул Тыуған илен яҡларға юллана. Әммә хәрби хәрәкәттәр уның аяғын ғына түгел, атаһы Айнур Айрат улы Ибәтуллинды ла тар­тып ала. Ул, илебеҙ мәнфәғәт­тәрен яҡлап, батырҙарса һәләк була.

Айнур Ибәтуллин 1978 йылдың 23 февралендә Ҡалҡан ауылында тыуған. Туғыҙынсы класты тамам­лағас, 98-се урта һөнәрселек-техник училищеһында – тракторсы, автомәктәптә водитель һөнәренә уҡый. Күп категориялы водитель була, Себерҙә автогрейдер машинисы булып эшләй.

2023 йылдың ғинуарында Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 10 августа Луганск Халыҡ Республикаһы билә­мә­һендә хәрби бурысын үтәгән ва­ҡытта яралана, ә инде 10 сен­тябр­ҙә А.А. Вишневский исемен­дәге үҙәк хәрби-клиник госпиталдә аңына килмәйенсә вафат була.

Урал 1999 йылдың 17 сен­тябрен­дә Учалы районының Ҡал­ҡан ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан уҡ ул үҙенең зирәклеге, отҡорлоғо һәм сос булыуы менән тиҫтерҙәренән айырылып торған. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк үҙенең һәләттәрен күрһәтә.

Мәктәптә лә ҙур ихласлыҡ менән уҡый. Айырыуса башҡорт телен ярата һәм башҡорт, тарих фәндәре буйынса күп кенә олимпиадаларҙа призлы урындарға лайыҡ була, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләй. Башланғыс кластарҙа Занковтың үҫеш программаһы буйынса белем ала, был уға артабанғы уҡыу өсөн бик яҡшы нигеҙ була. Артабан ул “тау эше” һөнәре буйынса белем ала, әммә IV курста – 2022 йылдың октябрендә мөһим ҡарар ҡабул итеп, “Вагнер” шәхси хәрби ком­панияһы составында махсус хәрби операцияға юллана.

Егет киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәй, хәрби хеҙмәттән һуң уҡыуын тамамламаҡсы. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 8 фев­ралендә хәрби задание үтәгәндә ул Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә ҡаты яралана.

Урал, физик һәм эмоциональ һынауҙар кисереүенә ҡарамаҫтан, бирешмәй. Атаһының ғорур вариҫы ул. Егет Рәсәй граждандарының азат­лығы һәм именлеге хаҡына көрәште дауам итеү өсөн, һул аяғын тубыҡҡа тиклем киҫеүҙәренә ҡарамаҫтын, фронтҡа кире китергә ҡарар итә. Тыуған ил өсөн бирелгән һәр ғүмер бушҡа түгел, тип иҫәпләй ул.

Уралдың тарихы – шәхси фажи­ғә генә түгел, һәр беребеҙ өсөн күр­кәм өлгө. Ул тормоштағы ауыр­лыҡтарға бирешмәйенсә, сыҙам­лыҡты һаҡлауҙың ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә. Ул күп кенә хәрбиҙәрҙе, кешеләрҙе рухландыра, ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ рухы­ның ауыр ваҡыттарҙа алмаштыр­ғыһыҙ сифаттар булыуын сағыл­дыра.

Урал атаһы һәм хеҙмәттәштәре тураһындағы хәтирәләр ярҙамында үҙендә аяҡҡа баҫыу өсөн көс таба. Янындағы кешеләр ошондай геройҙарҙың илде көслөрәк итеүен яҡшы аңлай. Ә инде яу яланындағы һәр еңеү унда ышаныс һәм бурыс тойғоһон көсәйтә.

Ибәтуллиндар тарихы Тыуған илгә һөйөүҙе, уртаҡ именлек өсөн ҡиммәттәребеҙҙе яҡлап үҙ ғүмерен биргәндәрҙең иҫтәлеген сағыл­дыра. Урал үҙ иленең азатлығын һәм киләсәген яҡлауын дауам итә. Уның фронттағы ҡаһарманлығы хәрби иптәштәренә генә түгел, бөтә милләттәргә ярҙам итә, тыныс тормошта үткәргән һәр көнө беҙҙең мәнфәғәттәр өсөн көрәшкәндәрҙең батырлыҡ һөҙөмтәһе икәнен иҫкә төшөрә.

Урал Ибәтуллин – беҙҙең заман геройы, ул атаһының иҫтәлеген йөрәгендә ғорурлыҡ менән йөрөтә. Уның тарихы илһамландыра һәм һоҡланыу хисе уята. Был күп ми­ҫал­дарҙың береһе генә, улар ысын көстөң физик ҡеүәттә генә түгел, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа булы­уын, үҙ иленә ҡарата һөйөү тойғо­һона тоғро ҡалыуын билдәләй.

Фото сығанағы: Урал Ибәтул­линдың ғаилә архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас