Геройҙар дәүере
3 Сентябрь 2025, 03:00

Ҡуян ауылы илгә арыҫлан йөрәкле ир-егеттәр биргән

Көйөргәҙе районының Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Ямаш ауылын халыҡ телендә Ҡуян тип йөрөтәләр. Ошо бәләкәй генә ауылдан да махсус хәрби операцияға китеүселәр бар.  

Ҡуян ауылы илгә арыҫлан йөрәкле ир-егеттәр биргәнҠуян ауылы илгә арыҫлан йөрәкле ир-егеттәр биргән
Ҡуян ауылы илгә арыҫлан йөрәкле ир-егеттәр биргән

Элегерәк тә, “Красная поляна” колхозына ҡараған ваҡыттарҙа, халыҡ тырышып донъя көткән, эштән ҡурҡмаған. Илгә һынау килгәс, өс йыл элек ошо ауылдан “Джан” позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға юлланған. “Башта Мариуполь ҡалаһына төҙөлөшкә ебәргәйнеләр. Икенсе тапҡыр барғанда, атай, йәш егеттәр йәл, үҙем барайым, тип фатиха алып, контракт төҙөп, яуға юлланды. Әле  госпиталдә һаулығын нығыта”, - ти “Джан”дың атаһы.

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалының социаль координаторы Анастасия Николаева, район, ауыл биләмәһе етәкселеге яугирҙең хаҡлы ялдағы ата-әсәһенә иғтибарлы: уҙған йыл УАЗ машинаһы менән утын алып килгәндәр, быйыл йәй көнө ҡәҙерле әсәһе Гөлшат Йәғәфәр ҡыҙы "Янғантау" шифаханаһына барып дауаланып ҡайтҡан. Ауыл магазинында һатыусы булып эшләгән апайҙың, ғүмер буйы водитель булған тормош иптәшенең дә ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа курорттарға йөрөгәне булмаған.  ”Мин йәш кеше, һуңғараҡ барырмын әле”, - ти 70-те ҡыуған Наил Нәжип улы.

Ҡаһарманды өйҙә ата-әсәһенән тыш, ҡатыны, 25 йәшлек улы Радмир көтә. Иҫән йөрөп тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайт, "Джан". Көйөргәҙеләр һиңә тик изге теләктәрен еткерә!

Ҡуян ауылы илгә арыҫлан йөрәкле ир-егеттәр биргән
Ҡуян ауылы илгә арыҫлан йөрәкле ир-егеттәр биргән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас