

Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбендә ағалы-ҡустылы Андрей Һәм Владимир Васильковтар хөрмәтенә Герой партаһын асыу тантанаһы үтте.
Владимир һәм Андрей хәрби офицерҙар, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡталар. Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлыҡтары һәм хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн ағалы-ҡустылы Васильковтар юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған.
Тантанала офицерҙарҙың ата-әсәһе Александра Александровна һәм Иван Михайлович ҡатнашты, улар улдарының Ватанды яҡлау ҡарарына ғорурлана һәм хуплай.
Яҡшы уҡыған һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар был парта артында ултырыу хоҡуғын аласаҡ.
Герой партаһын асыу тантанаһы ваҡытында Андрей Васильков үҙенең видео мөрәжәғәтендә бөтә балаларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.
Ватан именлеге һағында торған Андрей Ивановичҡа һәм Владимир Ивановичҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр! Һеҙ беҙҙең ғорурлыҡ.
Ошондай батыр йөрәкле Ватан һаҡсыларын тәрбиләгән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт.
Фото сығанағы: Азат Хәкимовтың Телеграмдағы сәхифәһе.