

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдиновҡа генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Шишмә районында тыуып үҫкән Риф Рәйес улы Санкт-Петербург хәрби комиссариатының инспекторҙар төркөмө инспекторы булып эшләй.
– Минең өсөн был ҙур хөрмәт. Награда мине республикабыҙ өсөн тағы ла күберәк эшләргә мәжбүр итә, – тине Риф Сәхәбетдинов. – Рәсәй һәм Башҡортостан мәнфәғәтендә бергәләп эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Билдәле булыуынса, Риф Рәйес Улы Сәхәбетдинов авиация генерал-майоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған осоусыһы, Рәсәй Геройы. 1955 йылда Шишмә районының Келәш ауылында тыуған, Сызрань юғары авиация осоусылар училищеһын, Юрий Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлаған. Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә, Тажикстанда тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 2001 йылда Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була.
2023 йылдың апрелендә Шишмә ҡасабаһының Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында һәм Риф Рәйес улы башланғысы менән Ми-24 хәрби вертолетына һәйкәл асылды. Был типтағы машиналарҙа Риф Сәхәбетдинов осҡан.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.