

Өфө студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә 530 банка алма ҡайнатмаһын әҙерләне.
Өфө сауҙа-иҡтисади колледж “Варенье СВОим” тип исемләнгән илһөйәрлек акцияһын ойошторҙо. Студенттар, уҡытыусылар һәм партнерҙар көсө менән махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә татлы күстәнәс әҙерләнде.
Августа алма йыйып ҡайнатма әҙерләү тураһындағы саҡырыуға бер меңдән ашыу кеше - 748 студент, уҡытыусылар, яугирҙәрҙең ғаиләләре һәм өфөләр ҡушылған. Барлығы 900 килограмм алма йыйғандар. Колледж партнеры – “Байрам” компанияһы – шәкәр һәм ҡайнатмалар өсөн банкалар биргән. Ҡайнатмаларҙы әҙерләү процесы буласаҡ ашнаҡсыларға һөнәри оҫталыҡҡа һынау булған. “Бөгөн студенттар һөнәри һынауҙы ғына түгел, илһөйәрлек буйынса имтихан да тапшырҙы”, - ти колледж директоры Ришат Сабитов.
Ҡайнатмалар тултырылған банкалар фронтҡа ебәреү өсөн әҙер – республикабыҙ йәштәренең татлы күстәнәсе Тыуған ил һаҡсыларын ҡыуандырасаҡ.