

“Музалар шым ҡалмай” йыйынтығы – “Таврида” арт-кластеры башланғысы менән ойошторолған “Хәҙерге заман сәнғәте: 2022-2025” проектының логик дауамы. Йыйынтыҡҡа Башҡортостан ҡаһармандарының шәхси тарихтары, рәссамдарҙың, шағирҙарҙың, музыканттарҙың һәм фотографтарҙың әҫәрҙәре, ижади эштәре ингән.
Был китап әлеге ваҡытта хәрби бәрелештәрҙә, алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙҙың кисерештәрен һәм тойғоларын сағылдырырға, яугирҙәрҙең батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡларға ярҙам итә.
– Һәр берегеҙ беҙ бергә төҙөгән китаптың геройы булып тора, һәм һеҙ, шулай уҡ, махсус хәрби операция йылъяҙмаһының геройҙары! Китаптың һәр бите – беҙҙең ҙур тарихыбыҙҙың бите, – тип мөрәжәғәт итте Әминә Ивний ҡыҙы залда ултырыусыларға. – Барыбыҙҙы ла илһөйәрлек эше һәм Радий Фәрит улының ҡеүәтләү һүҙҙәре, шулай уҡ 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың өлгөһө илһамландырҙы. Мәҙәниәт өлкәһе кураторы блараҡ, Азат Шамил улы беҙгә, мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, фронт биләмәһендә частәргә күсеп йөрөргә, егеттәрҙең сығыштары кәрәк булған урындарға үтеп инергә, яҙыусыларыбыҙға, хәбәрселәребеҙгә барып яҙырға ярҙам итте.
Ысынлап та, махсус хәрби операция башланғандан алып сәнғәт эшмәкәрҙәре һәр ваҡыт республика һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә ярҙам итә. Уларҙың күбеһе махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә һәм унда концерттар менән бара.
"Был йыйынтыҡ – бөгөн мәҙәниәтебеҙҙең хәрби формала булыуы, уның беҙҙең илебеҙ сиген, тәү сиратта, беҙҙең күңелдәрҙе һаҡлауы тураһында», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.
“Музалар шым ҡалмай.Башҡортостан.2022-2025” махсус хәрби операция ваҡиғаларын һүрәтләү һәм уны художество кимәлендә һаҡлау маҡсатында мөһим мәҙәни проект булып тора. Йыйынтыҡты Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте “Инеш” нәшриәте менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ижади кешеләрҙең һәм дәүләтебеҙҙең берлектәге тырышлығы һөҙөмтәһендә ижад иткән. Был баҫманы төҙөү геройҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә мәҙәни үҙенсәлекте һәм беҙҙең заман ваҡиғалары тураһында хәтерҙе һаҡлауға ла ҙур өлөш индерә. Халыҡтың мәҙәни хәтерен формалаштырыу өсөн бындай башланғыстар бөгөн бик мөһим. Баҫма Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Тиражы әлегә 500 дана тирәһенә ҡайтып ҡалһа, уны авторҙарына таратып сыҡҡандан һуң республика китапханаларына тапшыраласаҡ. Әлбиттә, ҡабатлап та баҫтырыу һәм икенсе томын эшләү ҙә күҙ уңында тотола, тип уртаҡлаштылар тантана барышында.
Йыйынтыҡҡа фронттың ижади бригадаларында хеҙмәт итеүсе яугирҙәр Фларид Бирғәлин, Замир Йәнтүрин, Радик Динәхмәтов тураһындағы хикәйәләрҙең инеүе айырыуса мөһим. Беҙҙең мәңгелеккә киткән ҡаһармандарыбыҙ Сибай филармонияһы солисы Илнар Хәтмуллиндың һәм республика Башлығының башланғысы менән ойошторолған әҙәби конкурстың "Шиғриәт" номинацияһы еңеүсеһе Богдан Вальковцтың иҫтәлегенә лә айырым иғтибар бүленгән баҫмала. Әйткәндәй, был конкурстың "Композитор" номинацияһында еңеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева үҙенең бүләккә бирелгән аҡсаһының бер өлөшөн яугир ғаиләләренә тапшырырға вәғәҙә иткәйне, ул ошо бүләкте тап Илнар Хәтмуллиндың махсус хәрби операция биләмәһенә киткәнендә ике айлыҡ ҡына булып ҡалған улына тапшырҙы. Был ваҡиға яугирҙең улы өсөн киләсәктә мөһим һәм әһәмиәтле булып тарихта ҡаласаҡ, тип белдерҙе Әминә Ивний ҡыҙы.
Тағы ла йыйынтыҡҡа күптәрҙең яратҡан геройы “Йоҡабаш” ҡушаматлы яугир Фәнис Хөсәйенов хаҡындағы анимацион фильм тураһында яҙма ла ингән. Был геройҙарыбыҙҙы барыһы ла белергә һәм хөрмәтләп хәтерләргә тейеш, әлбиттә. Фойела иһә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Скорняковтың 2022 йылдан алып яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүгә арналған “Арт-ярҙам” күсмә күргәҙмәһе эшләне.
– Сәнғәт теле бөтәһенә лә аңлашыла. Сәнғәт аша беҙ ватандаштарыбыҙға алғы һыҙыҡта нимә булғанын, яугирҙәребеҙҙең нимә менән йәшәүен еткерә алабыҙ. Ә яугирҙәр өсөн башҡорт пейзаждары картиналары серияһын башлап ебәрҙек һәм уларҙы башҡорт батальондарына ебәрҙек. Улар өсөн был – тыуған илдең бер өлөшө, улар картиналарҙы блиндаждарға элеп ҡуя, – тип уртаҡлашты рәссам үҙе.
Махсус хәрби операция башланғандан алып үҙе Луганск, Донецк халыҡ республикаларына концерттар менән сығыш яһарға йыш йөрөүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов баҫманың әһәмиәтен билдәләп:
– Был китап геройҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә һәм беҙҙең заман ваҡиғалары тураһында хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә, – тип билдәләне.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында үткән был осрашыу барышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Музалар шым ҡалмай.Башҡортостан.2022-2025” йыйынтығын төҙөүҙә көс һалыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Килгән ҡунаҡтарҙы иһә филармонияның Эстрада-джаз оркестры ҡыллы квартеты “Генерал Шайморатов” көйө менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалды.
Осрашыуға килгән сәнғәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре тағы ла яңы эштәргә илһамланып, күңелдәрендә яугирҙәребеҙгә тағы ла ҙурыраҡ көс менән ярҙам итеү теләге менән ҡайтҡандыр тип ышанғы килә. Шайморатов нәҫелдәре сигенә белмәй бит!
Фотолар: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.