

10 сентябрҙә “Өфө-Арена” спорт комплексы янында тантаналы шарттарҙа ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе махсус операция биләмәһенә оҙаттылар. Ватан һаҡсыларын оҙатыу сараһында республика хәрби комииссариаты вәкилдәре, яугирҙәрҙең яҡындары, туғандары, дуҫтары ҡатнашты.
Ил һағына баҫҡан ир-егеттәр республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан, төрлө һөнәр эйәләре. Күптәре өлөшләтә мобилизация буйынса 2022 йылдың сентябрендә хәрби хеҙмәткә алынған.
– Улым бынан өс йыл элек мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә юлланды. Аллаға шөкөр, ярты йыл һайын ялға ҡайтып тора. Мин ике бала тәрбиәләп үҫтерҙем. Улым ғаиләлә баш бала. Әле ғаиләһе менән оҙатырға килдек. Ялы файҙалы үтте – беҙгә ярҙам итеп тә, ял итеп тә өлгөрҙө. Бөгөн иртән: “Улдарыбыҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар”, тип доғалар уҡып, уны оҙатырға юлға сыҡтыҡ, – тип һөйләне Күгәрсен районынан Гөлнара Иҫәнбирҙина.
Әлбиттә, егеттәр ҙә, яҡындары ла хушлашыу минуттарында ҙур тулҡынланыу кисерә, оҙаҡ ваҡытҡа айырылышыу еңелдән түгел. Яугирҙәрҙе оҙатырға килгән апайҙар менән аралашҡан саҡта ошо күңел торошо бигерәк тә ныҡ сағыла. “Һеңлемдең улын күмәкләшеп оҙатырға килдек”, – тине инде 80-гә аяҡ баҫҡан Зөлфирә Мөҡминова.
Оҙатыусылар араһында Авдон ҡасабаһынан Нурия Ибраһимова ла бар. Ул мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған улын оҙата.
– Бөтөн теләгебеҙ бер – был афәт тиҙерәк бөтһөн, донъялар тынысланһын, улдарыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә иҫән булайыҡ, – тине Нурия Ислам ҡыҙы.
Беҙҙең һүҙгә яугирҙең ҡәйнәһе ҡушылды.
– Улдарыбыҙ, кейәүҙәребеҙ иҫән-һау еңеп ҡайтып, үҙҙәренең ғаиләләре, балалары янында рәхәтләнеп тыныс йәшәһен. Улдарымды оҙатмағайным, бына хәҙер, нисәнсе тапҡыр инде, йөрәктәр өҙөлөрҙәй булып, кейәүҙе оҙатабыҙ. Хоҙай Тәғәлә ярҙам итһен – иҫән-һау ҡайтһындар. Бөтөн теләк – донъялар тынысланһын, балалар шатланып йәшәһен. Ҡыҙым менән кейәүем ике ҡыҙ үҫтерә. Бәләкәстәре быйыл беренсе класҡа уҡырға барҙы. “Иртәгә әсәй эшкә китә, атай ҙа юлға сыға. Ҡалай күңелһеҙ”, ти. Ете йәшлек баланың уйында ҡайғы... Балаларыбыҙға бәхет, сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйем. Илебеҙ – тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, – тип йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе ветеран уҡытыусы Зимбилә Дүсәйева.
Благовар районынан “Ким” позывнойлы яугир – биш егет араһында үҫкән төпсөк малай. Уны оҙатырға килгән ағаһы Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан, хәрби хәрәкәттәр ветераны.
– Ял ҡыҫҡа булды, шифаханала ял итергә ваҡыт ҡалманы. Әсәй доғаларын уҡып оҙатып ҡалды. Беҙ Днепр буйлап оборона линияһын тотабыҙ. Аҙыҡ-түлек етә, беҙҙең яҡҡа индермәйҙәр, шуға ла гуманитар ярҙам, посылка алмайбыҙ, – ти “Ким”.
Туғандары менән хушлашҡандан һуң егеттәр тағы ла алыҫ юлға – Ватанды һаҡларға юлланды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса беркетелгән махсус автобустар менән хеҙмәт иткән ерҙәренә оҙатып алып киттеләр.
Әсәйҙәрҙең доғалары ҡабул булһын. Иҫән-һау йөрөгөҙ, батырҙар!
Рәмилә МУСИНА фотолары.