

Махсус хәрби операция биләмәһе башкөллө яу ҡырынан ғына тормай, яугирҙәрҙең көнкүрешен, йәшәү, туҡланыу мәсьәләләрен хәл итеү ҙә мөһим бурыстарҙан һанала. Улар хәрби заданиены үтәгәндән һуң ял итеп, көс тупларға ла тейеш. Һуңғы командировка барышында “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының бер бүлексәһе өсөн ваҡытлыса дислокация урыны әҙерләү мәленә тап булдыҡ. Полктың матди тәьминәт ротаһы башҡарған эштәр менән беҙҙе коллегабыҙ – “Журналист” позывнойлы яугир Рафиҡ Әхмәтшин таныштырҙы.
Һәр атай тап шулай уйлай
Яңы туҡталҡа урынында эш гөрләй ине: кемдер экскаваторҙа ер ҡаҙып, буласаҡ блиндаж урынын әҙерләй, икенселәр ағас-таҡта материалдары ташыу менән булыша... Әйткәндәй, экскаваторҙы гуманитар конвой менән Стәрлетамаҡ районы ебәргән икән.
– Ҡомло ер бик үҙенсәлекле: ҡайһы бер урында көрәк менән ҡаҙған мәлдә үк уны ел осора, икенсе урында бетон кеүек ҡатҡан булыуы ихтимал, кәйлә менән соҡорға тура килә, – ти Рафиҡ.
“Байк” позывнойлы яугир менән аралашабыҙ. Ҡушаматты тиккә генә һайламаған – мотоциклда йөрөргә ярата икән, ә тыныс тормошта урман хужалығы эшсеһе, башлыса водитель булып эшләгән. 55 йәшлек Учалы ир-уҙаманы 2023 йылда контракт төҙөгән. Ни өсөн хәрби тормошто һайлауын һорағас, “Бөтәһе лә киткәс, мин дә юлландым”, – тине шаяртыу ҡатыш.
“Байк”ҡа ҡасандыр ошо тарафта – Котовск ҡалаһында әрме хеҙмәтен үтергә тура килгән. Йылдар үткәс, бөтөнләй икенсе шарттарҙа тағы килергә тура килер тип уйламаған да инек, ти ул. Өйҙә уны әсәһе, тормош юлдашы, балалары һәм ейәндәре көтә. “Байк” – дүрт бала атаһы. Күптәр кеүек ул да яҡындарына үҙенең ҡарарын алдан әйтмәгән. Баяғы контракт төҙөү тураһындағы һорауға киреп ҡайтып:
– Күп иптәштәрем юлланды, ситтә ятып ҡала алманым. Мәҫәлән, беҙ Учалынан бер көндә алты егет килдек. Бында тағы ла күберәк ысын дуҫтар таптым. Һуғыш шарттарында кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр бөтөнләй башҡа: ярамһаҡланыу юҡ, һәр кем икенсе яҡтан асыла. МХО-ға юлланыуымдың тағы бер сәбәбе – йәштәрҙе аралау. Үҙемдең ике улым бар. Улар һуғышты күрмәһен, тип уйланым. Беҙ – тормош күргән, сыныҡҡан, хәҙер инде балаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған быуын вәкилдәре, шуға күрә минең юлланыуым дөрөҫөрәк буласаҡ, тип хәл иттем, – тине ул етди итеп.
Эйе, уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Ошо фекерҙе күп кенә донъя күргән яугирҙәрҙән ишетергә тура килде. Ололарҙың йәш быуынды ҡурсаларға, һаҡларға тырышыуы – тәбиғи ҙә, дөрөҫ тә. Бында һәр атай тап шулай уйлай.
Яҡташтарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ
Ваҡытлыса туҡталҡа урыны төҙөлөшөндә йөрөгән ике Дүртөйлө егете үҙҙәрен “Айыу” һәм “Аҡ барыҫ” тип таныштырҙы. Көн дауамында ауыр физик эш башҡарыуҙарына ҡарамаҫтан, егеттәрҙең кәйефе көр. Йәше менән ҡыҙыҡһынғас, “Йәшмен әле, 59 ғына!” – тип яуапланы “Айыу”. Төп хәрби вазифаһы буйынса ул матди тәьминәт ротаһында яғыулыҡ ташыусы водитель булып хеҙмәт итә. Әйткәндәй, “Айыу” – уларҙың нәҫеленең ҡушаматы икән.
Ә “Аҡ барыҫ” был позывнойҙы Чечняла хеҙмәт иткән сағындағы взвод командиры иҫтәлегенә һайлаған. “Ул Чечнянан һуң Сүриәлә булды. Үкенескә ҡаршы, 2018 йылда вафат булып ҡалды. Татарстан егете ине”, – тип хәрби командирын оло хөрмәт иҫкә алды “Аҡ барыҫ”. Ул үҙе лә арыу уҡ ғүмерен әрмегә бағышлаған хәрби булып сыҡты. 1969 йылғы ир-егет 1996 йылда контракт төҙөп, Чечнялағы бәрелештәрҙә ҡатнаша. Артабан 2013 йылға тиклем хеҙмәт итеп, өлкән сержант дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Әле ул – взвод командиры урынбаҫары.
Дүртөйлө егеттәре “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы төҙөлөү тураһында хәбәрҙе ишетеү менән доброволец булып яҙылырға ҡарар иткән.
– Мин уға тиклем үк Шайморатов исемендәге батальонға алыуҙарын һорап ғариза биргәйнем, әммә йәш буйынса ла, медицина күрһәткестәре йәһәтенән дә үтмәнем, сөнки хәрби бәрелештәр ваҡытында ике тапҡыр яраланғайным. Әрме тормошона бер өйрәнгән кеше унан тулыһынса китә алмай, барыбер үҙенә тарта, шуға күрә “Башҡортостан” полкына йәшем буйынса үтеүемде белеү менән хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иттем, – ти “Аҡ барыҫ”.
– “Аҡса өсөн барҙығыҙмы?” тип һораусылар ҙа осрап ҡуя, әммә матди мәсьәлә төп сәбәп түгел. Нисек кенә булмаһын, беҙ – коммунистик тәрбиә алған, Ватанды һаҡлауҙың ни тиклем мөһим булыуын аңыбыҙға һеңдереп үҫкән быуын, шуға күрә был ҡарарҙы ҡабул иткәндә патриот булыуыбыҙ ҙа ҙур роль уйнаны, – тип һүҙгә ҡушылды “Айыу”.
Уның үҙенә 90-сы йылдар башында ғаиләһе менән Украинаның Хмельницкий өлкәһендә йәшәргә тура килгән.
– Башта тормош матур ине. Мәҫәлән, мине бер кем дә ҡырҙан күсеп килгән кеше тип ситләтмәне. Дуҫ, татыу йәшәнек. Әммә тиҙҙән икенсе юҫыҡтағы пропаганда алып бара башланылар, айырыуса йәштәрҙең аңын ныҡ томаланылар. Донъя буталды, айырыуса Көнбайыш Украинала хәлдәр ҡатмарлашты. Яҙмыштың һынауы буйынса ғаиләбеҙ тарҡалғас, ҡатыным менән ҡыҙым ҡалды, мин тыуған яҡтарыма күсеп ҡайттым. Махсус хәрби операцияға юлланыуымды белгәс, ҡыҙым был аҙымымды хупламауы тураһында яҙып ебәрҙе. “Әсәйеңдән һора, ул барыһын да аңлатыр”, – тинем. Тиҙҙән “Атай, мин барыһын да төшөндөм”, тип яуап ебәрҙе, – тип һөйләне “Айыу”.
“Аҡ барыҫ” менән дә ғаилә хәлдәре тураһында әңгәмәләшеп алдыҡ. Улы һәм ике ҡыҙы бар икән. Уның ғаиләһе лә ҡарарына башта ҡаршы була, ҡатыны ла, балалары ла һис тә генә ебәргеләре килмәй.
– Чечняла бергә булған бөтә иптәштәрем юлланғанда, мин нисек тороп ҡалайым? Хәрби тормошта сыныҡҡан, төрлө локаль бәрелештәрҙә тәжрибә туплаған беҙ бармаһаҡ, кем бара һуң? Өйҙә ултырып ҡалырға намыҫым ҡушмай, тинем. Бында беҙҙең ише Афған, Чечня һуғыштарын үткән егеттәр күп, – ти “Аҡ барыҫ”.
Дүртөйлө яугирҙәренән республиканың хәстәрлеге, нимәгә мохтаж булыуҙары тураһында ла һораштым.
– Хәстәрлек тә, ярҙам да тоябыҙ. Гуманитар ылауҙар килеп тора. Беҙҙең Дүртөйлө районы етәкселеге лә, яҡташтар ҙа ихлас ярҙам итә. Хакимиәт башлығы Риф Сәғҙәтулла улы Йосопов шәхсән үҙе гуманитар ылауҙарҙы оҙатып килгәне бар. Республика, район етәкселегенә лә, ябай халыҡҡа ла рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, – тине егеттәр.
Беҙҙең һөйләшеүгә Туймазы яугире “Река” ла ҡушылды. Ул да, форсаттан файҙаланып, яҡташтарына ҙур рәхмәтен еткереүҙе һораны.
– Мин дә водитель. Ошо егеттәр менән бергә яғыулыҡ-майлау материалдары ташыу буйынса автомобиль взводында хеҙмәт итәбеҙ. Республиканың ярҙамы иҫ киткес ҙур һәм беҙҙең өсөн ныҡ мөһим. Колонна-колонна гуманитар ылау килә. Яҡташтарым – туймазылар ҙа ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, шәхсән үҙемә машина өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡты ебәреп торалар. Барыһы өсөн дә рәхмәт! Үҙ сиратыбыҙҙа шуға ышанабыҙ: Алла бойорһа, еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ. Бергә булһаҡ, беҙ – көс! – тине “Река”. Уның һүҙҙәренә яуҙаштары ла ҡушылды. Беҙ ҙә һеҙгә ышанабыҙ, егеттәр. Еңеү менән иҫән-һау ҡайтығыҙ!
Автор - В. УРАЗБАЕВ.
Автор фотолары.
Фотоларҙа:
“Журналист” беҙҙе ваҡытлыса туҡталҡа урыны менән таныштыра.
Учалы яугире “Байк”.
Дүртөйлөнән “Аҡ барыҫ” менән “Айыу”.
Яңы блиндаждар ошолай төҙөлә.