Геройҙар дәүере
13 Сентябрь 2025, 18:25

Баҡалылар гуманитар ярҙам ебәрҙе

Баҡалы хакимиәте башлығы Олег Ефимов яҡташтарына гуманитар ярҙам алып барҙы.

Баҡалылар гуманитар ярҙам ебәрҙеБаҡалылар гуманитар ярҙам ебәрҙе
Баҡалылар гуманитар ярҙам ебәрҙе

Баҡалы хакимиәте башлығы Олег Ефимов яҡташтарына Баҡалы районынан гуманитар ярҙам алып барҙы.
– Батыр яугирҙәребеҙ өсөн тағы ла бер гуманитар йөк килтерелде! Беҙ хәрби хәрәкәт зонаһына тиклем 2000 саҡрым самаһы юл үттек, ҡаһармандарыбыҙ менән осраштыҡ, аралаштыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың фиҙакәрлеге, ярҙамы һәм күңел йылыһы егеттәргә яу рухын һаҡларға ярҙам итәсәк һәм дөйөм еңеүебеҙҙе яҡынайтасаҡ! Гуманитар йөк йыйыуҙа ҡатнашҡан бөтә битараф булмаған халыҡҡа рәхмәт. Яҡташ яугирҙәребеҙ бының өсөн рәхмәт белдерә һәм бөтә яҡташтарға сәләм тапшырҙы. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, яҡташтар, һәм һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ! – тип уртаҡлашты Олег Ефимов.
Яугирҙәрҙең ғаризалары буйынса баҡалылар яҡташтарының хәрби бурыстарын үтәү өсөн кәрәкле техник ҡоролмалар, аҙыҡ-түлек, хаттар һәм шәхси посылкалар йыйып ебәргән.
Фотолар: Баҡалы район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

Баҡалылар гуманитар ярҙам ебәрҙе
Баҡалылар гуманитар ярҙам ебәрҙе
Баҡалылар гуманитар ярҙам ебәрҙе
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас