Геройҙар дәүере
15 Сентябрь 2025, 09:30

Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылған

Ул үҙен һәм дошмандың өс һалдатын граната менән шартлатҡан ине...

Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылғанРәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылған
Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылған

2024 йылдың апрелендә һәләк булған Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылыуы тураһында билдәле булды.Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

– Кисә миңә Суфияров Илдар Филорет улының кәүҙәһен табыу ихтималлығы хаҡында хәбәр иттеләр. Урында  уның хәрби билеты булған. Янында тағы өс яугир. Беҙ кәүҙәне экспертиза үткәреү өсөн Ростовҡа алып килдек. Бөгөн иртән уның әсәһенә һәм ҡатынына шылтыраттыҡ. Бөгөн улар менән осрашырға, фекер алышырға теләйем. Ауыр миссия, әлбиттә, – тине төбәк Башлығы.

 Артабан яугирҙе Хөкүмәт кәңәшмәһендә бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылдың октябрендә Илдар Суфияровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биргән ине. Өлкән лейтенант “Башҡортостан” полкының 2-се мотоуҡсылар ротаһының 2-се мотоуҡсылар взводы менән командалыҡ итә. Суфияров былтыр май айында махсус хәрби оперция биләмәһендә хеҙмәт итеүгә контрактҡа ҡул ҡуя, 2024 йылдың апрелендә һәләк булды.

2024 йылдың 12 апрелендә махсус хәрби операция биләмәһендә Илдар Суфияров етәкселегендәге төркөм бер нисә сәғәт позицияларын һаҡлап ҡала, дошман һөжүмен кире ҡаға, ул бер үҙе ҡала, үҙен һәм дошмандың өс һалдатын граната менән шартлата, әсирлеккә бирелергә теләмәй.

Фото: социаль селтәрҙәге асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас