Геройҙар дәүере
16 Сентябрь 2025, 06:00

Һәр ауырлыҡты еңеп сығырға әҙерҙәр

Яңы биләмәләрҙә һәм махсус хәрби операция зонаһында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре атҡарған хеҙмәт айырыуса ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ.

Һәр ауырлыҡты еңеп сығырға әҙерҙәрҺәр ауырлыҡты еңеп сығырға әҙерҙәр
Һәр ауырлыҡты еңеп сығырға әҙерҙәр

Беҙҙең табиптар сиратлап махсус  хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә лә, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.

Полктың медицина хеҙмәте начальнигы, “Змей” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа яугирҙәребеҙ ғүмере һағында. Ул Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов менән осрашҡан.

“Алғы һыҙыҡтағы хәлдәр, егеттәребеҙҙе кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү тураһында һөйләштек. Яугирҙәребеҙҙең ниндәй һорауҙары, проблемалары барлығы, ҡайһыларының беҙҙән иғтибар талап итеүе тураһында белеү мөһим ине, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Илвир Нурдәүләтов. -  Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙҙең кәйефе хәрбиҙәрсә, тип һөйләне “Змей”. Һәр ауырлыҡты еңеп сығырға әҙерҙәр. Улар бөгөн Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙең иң мөһиме икәнлеген яҡшы аңлай. Яҡындарының, туғандарының йылы тойғолары уларға таяныс булып тора, хәрби бурыстарҙы үтәүгә көс-дәрт бирә”.

Яңы биләмәләрҙә һәм махсус хәрби операция зонаһында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре атҡарған хеҙмәт айырыуса ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Ҡатмарлы һөнәри һәм көнкүреш шарттарында, йыш ҡына үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, улар башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙы дауам итә.

Фото: Илвир Нурдәүләтовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас