

Данис Дауытов Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылында тыуып үҫә. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлай. Ул – отставкалағы хәрби. Армия хеҙмәтенән һуң Камчатка хәрби округында хеҙмәт итә, Чечен, Яҡут республикаларына, Чукоткаға командировкаларға ебәрелә.
2021 йылда запасҡа оҙатыла. Ә махсус хәрби операция башланғас, Ватанды һаҡлаусы профессияһына тоғролоҡ һаҡлап, 2023 йылда контракт төҙөргә ҡарар итә.
Данис ике тапҡыр ҡаты яралана һәм һәр саҡ яңынан сафҡа баҫа. III дәрәжә “Сик буйы ғәскәрҙәрендә яҡшы хеҙмәте өсөн”, Жуков миҙалдарына, “Гвардиясы”, ”Парашютсы” билдәләренә лайыҡ була.
Данис Дауытов 2024 йылдың сентябрь айында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Йыл буйына унан бер ниндәй ҙә хәбәр булмай. Туғандары һәм яҡындары уның иҫән булыуына, ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып, өмөтләнеп көтә. Үкенескә ҡаршы, өмөттәр аҡланмай.
– Мин Данистың класс етәксеһе булдым. Ул бик тәрбиәле, ярҙамсыл егет ине. Бөтә балаларҙыҡы кеүек, уның да яратҡан предметы булды. Шуларҙың береһе – физкультура. Данис тхэквондо буйынса беренсе разрядҡа эйә ине. Һәр саҡ патриот булды. Тәүгеләрҙән булып Ватан һағына баҫыуына бер кем икеләнмәне. Һалдат ике тапҡыр үлә. Тәүгеһендә – пулянан, икенсеһендә – уның хаҡындағы иҫтәлекте һаҡламағанда. Шуға күрә батырҙар хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайыҡ. Данис кеүек батырҙар булғанда беҙ тыныс йоҡлай алабыҙ, – тине Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина яугир менән хушлашыу сараһында.
Яугирҙең атаһы Әхмәтйән Дауытов улының бәләкәйҙән илһөйәр булып үҫеүен билдәләне. “Атай, мин өйҙә ултыра алмайым, Ватанды һаҡларға тейешмен”, тип хәбәр итте лә үҙ ирке менән “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына барып ҡушылды”, – ти ул.
Данистың өс йәшлек Батырхан исемле улы үҫә. Уның герой атаһы менән ғорурланып, яугирҙең ҡыйыулығы хаҡындағы йылы иҫтәлекте һаҡлап йөрөтәсәгенә ышанабыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.
Фото: “Выбор” гәзите.