Геройҙар дәүере
21 Сентябрь 2025, 04:30

Һәр береһе – Герой!

Ил һаҡсыһы менән осраштыҡ.

Һәр береһе – Герой!Һәр береһе – Герой!
Һәр береһе – Герой!

Һәр береһе – Герой!

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов өсөн, ғөмүмән, барыбыҙға ла махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтыусы һәр һалдат – Герой. Күптән түгел Дәмин Марат улы тыумышы менән Ейәнсура тарафтарынан булған Ил һаҡсыһы менән осрашты.

– Беҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ә улар Геройҙар, отпуск ваҡытында йыш ҡына киләләр, – тине хакимиәт башлығы. – Уларға иғтибар бүлеү – беҙҙең мөҡәддәс бурыстарҙың береһе, ғорурланып ҡабул итәбеҙ һалдаттарҙы. Ысынлап та, бөтә эштәрҙе лә ҡалдырып тороп, матур әңгәмә ойошторабыҙ, яңылыҡтар менән бүлешәбеҙ, йәшәйеш тураһында һөйләшәбеҙ, етди мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ.

Һалдат билдәләүенсә, яҡташтар менән осрашыу киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн яҡшы, шул уҡ ваҡытта тыуған яҡтарҙан көс-дәрт алаһың.

Дәмин Юлановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай аралашыуҙар кәрәк, Ватан һаҡсыларына хөрмәт менән ҡарау зарур, ғорурлыҡ улар. Әлбиттә, илебеҙҙе һаҡлаусылар менән һәр беребеҙ һәр ваҡыт бергә.

Фото: Валерия Мәһәҙиева.

Автор: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас