Геройҙар дәүере
22 Сентябрь 2025, 12:00

“Космос” ауылдаштары менән осрашты

Яҡташбыҙ 2022 йылдың июлендә махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәт үтеү өсөн килешеү төҙөгән

“Космос” ауылдаштары менән осрашты“Космос” ауылдаштары менән осрашты
“Космос” ауылдаштары менән осрашты

Беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре – һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Улар әле лә махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәребеҙгә медицина ярҙамы күрһәтә. Күптән түгел Иглин районының Охлебинин ауылындағы “Берҙәмлек” ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Космос” позывнойлы яҡташыбыҙҙың ауылдаштары менән осрашыуы булды. Иглин районынан медицина взводы командиры “Космос” кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Һөнәре буйынса ул – табип-хирург. Ул 2022 йылдың июлендә махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәт үтеү өсөн килешеү төҙөгән.

“Бер йыл элек мине медицина ротаһына күсерҙеләр. Хәҙер яраланғандарҙы дауалайым: медицина ярҙамы һорап килгәндәрҙе ҡабул итәм, яраларын бәйләйем, операциялар эшләйем, - тине ул. – Был осрашыу минең тыуған ауылымда үткәрелде. Бында кешеләргә әүҙем ярҙам иткән ирекмәндәр штабының барлыҡҡа килеүе оҡшаны. Барыһына ла, бигерәк тә ауыл хакимиәте башлығына рәхмәт белдергем килә. Шулай уҡ беҙҙең район хакимиәте башлығы Гүзәл Рәйес ҡыҙы Насироваға ҙур рәхмәт!”

Охлебинин ауыл хакимиәте башлығы Олеся Сумеркина “Космос”ҡа ҡаһарманлығы өсөн урында йәшәүселәр исеменән рәхмәт белдерҙе. Башҡаларға имен-һау булырға ярҙам иткән “Космос”тың үҙенә лә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас