

Архангел районынан “Төрөш” позывнойлы яугир “Махсус шарттарҙа барған хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” билдәһе менән наградланды.
Уның тормош юлы – Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө. Һамарҙа Рәсәй Хәрби Көстәренең разведка бүлексәһендә хәрби бурысын үтәгәс, ул эске эштәр органдарында карьераһын дауам итә. Чечен Республикаһында күп тапҡыр командировкала булыу егетте бар яҡлап сыныҡтыра, һөнәри яҡтан үҫтерә.
2023 йылдың авгусынан алып әлегә ҡәҙәр “Төрөш” махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Оператив тәғәйенләнештәге зенит взводының 1-се бүлексәһе командиры.
Архангел егете бик күп наградаларға, исемдәргә лайыҡ. Улар араһында, мәҫәлән, Жуков, “Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн”, “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәт өсөн” миҙалдары, “Милиция алдынғыһы”, “Бурысҡа тоғролоҡ” билдәләре, Росгвардияның ведомство наградалары, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” исеме һ.б. бар.
“Төрөш” – өс бала атаһы ла. Ул Архангелдең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, райондың баскетбол буйынса йыйылма, Максим Горький ауылының волейбол буйынса ветерандар командалары ағзаһы, спорт ветераны. Тыуған ерендә лә, махсус хәрби операция биләмәһендә лә яугирҙе ышаныслы, көслө ихтыярлы, илһөйәр булғаны өсөн хөрмәт итәләр.
Фото Архангел районы хакимиәте сайтынан алынды.