Геройҙар дәүере
27 Сентябрь 2025, 12:00

"Улым ҡаршы булһа ла, үҙ һүҙемдә ныҡ торҙом"

Өс йыл элек махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған Өфө ҡыҙы Регина тәүәккәллеге, саялығы менән хайран ҡалдырҙы.   

"Улым ҡаршы булһа ла, үҙ һүҙемдә ныҡ торҙом""Улым ҡаршы булһа ла, үҙ һүҙемдә ныҡ торҙом"
"Улым ҡаршы булһа ла, үҙ һүҙемдә ныҡ торҙом"

Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендәге госпиталдәрҙә Башҡортостандан тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә медицина хеҙмәткәре эшләй. Улар яугирҙәрҙең һаулығы һағында уяу тора, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Бындағы госпиталдәрҙәге табиптарға, шәфҡәт туташтарына, санитарҙарға зарланыу сифаты хас түгел, улар иң ауыр шарттарҙа ла аҡ халатлыларҙың антына һәм үҙ бурысына тоғро ҡала.

Өфө ҡыҙы Регина ла ныҡлы холҡо, тәүәккәллеге менән һоҡландырҙы. Ул бында стоматология кабинетының шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Тыныс тормошта Өфөләге 50-се, 32-се поликлиникаларҙа, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эшләгән. Регинанан был ҡарарҙы нисек, ни өсөн ҡабул итеүе тураһында һорашам.

– Телевизорҙан “Яңылыҡтар”ҙы, “60 минут” тапшырыуын ҡарайым да, мин дә шунда булырға тейешмен тип уйлай инем. Нисек кенә булмаһын, мин – үҙ илемдең патриоты. Мөмкинлек килеп сығыу менән, оҙаҡ уйлап торманым, шунда уҡ хәрби контракт төҙөнөм. Тормошта шундай мәлдәр була: нимәнелер үҙгәртке килә, минең менән дә шулай булды, – ти ул.

Ғаилә хәле, яҡындарының был яңылыҡты нисек ҡабул итеүе менән ҡыҙыҡһынам.

– Улым ҙур инде, уға хәҙер 22 йәш. Өс йыл элек, контракт төҙөп, МХО-ға юлланғанымда 19 йәш ине, әммә ул ныҡ үҙаллы. Әлбиттә, башта ҡаршы булды, шулай ҙа үҙ һүҙемдә ныҡ торҙом. “Был – минең ҡарарым”, тинем. Әлеге ваҡытта ул Өфө кооператив колледжын тамамлап, сауҙа өлкәһендә эшләй, – тип ғаилә хәле менән таныштырҙы Регина.

Ул үҙенең яугирҙәр нәҫеленән булыуы хаҡында ла ғорурланып һөйләне. Атаһы яҡлап сығышы – Яңауылға, әсәһенең тамырҙары Дүртөйлө районына тоташа. Бер ҡартатаһы Бөйөк Ватан һуғышында данлы хәрби юл үтеп, орден-миҙалдар алған хөрмәтле ветеран булған. Әсәһе яҡлап ҡартатаһы хәрби контракт төҙөп хеҙмәт иткән.

– Әммә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһенә китә алманым, сөнки медицинаға ла ныҡ бирелгән инем, – ти шәфҡәт туташы.

“Нисек өйрәндегеҙ, ҡурҡыу тойғоһо булдымы?” тип һорашам. Регинаның яуаптарында ла, үҙен тотошонда ла тәүәккәллек, ир-егеттәргә хас саялыҡ ярылып ята.

– Юҡ, бөтөнләй ҡурҡманым. Дөрөҫөн әйткәндә, ул тойғо башта ғына, бында килгәнсе була, ә һуңынан өйрәнәһең. Кеше бит бөтә шарттарға ла өйрәнә ала. Экстремаль осраҡтарҙа һин үҙеңдән-үҙең мобилерәккә әйләнәһең, дөрөҫ ҡарар ҡабул итәһең. Ә инде МХО-ға юлланыуыма, ошо аҙымды яһауыма һис тә үкенмәйем. Яҡындарым минең менән ғорурлана, үҙем дә илем һәм бындағы яугирҙәр өсөн кәрәкле, файҙалы булыуым өсөн шатмын, – ти Регина.

Ул Башҡортостандың МХО биләмәһендәге медицина хеҙмәткәрҙәренә һәр йәһәттән ярҙам итеүен, эш шарттары булдырыуын айырып билдәләне. Иң тәүҙә стоматология кабинеты “ГАЗель” автомобилендә урынлашҡан була. Бөтә ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ менән республика тәьмин итә.

– Көндәр һыуынғас, бинаға күстек. Хәрби шарттарҙа эшләһәк тә, медицина йәһәтенән талап ителгәндәрҙең барыһы ла теүәл үтәлә, йәғни бөтә хеҙмәттәр стериль шарттарҙа башҡарыла, – тип эш үҙенсәлектәре менән таныштырҙы ул.

Ошо өс йылға яҡын ваҡыт эсендә Регинаның ҡулынан әллә күпме яугир медицина ярҙамы алған. Шул егеттәрҙең барыһына ла, ғөмүмән, бындағыларҙың бөтәһенә лә имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын, тыныс тормошта ла осрашып, аралашып йәшәргә ине, ти ул. Әсә булараҡ та теләктәре ябай һәм изге: улының үҙенә тиң кеше менән бәхетле ғаилә ҡороуын теләй.

– Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанымда Өфө парктарында балалары менән йөрөгән ғаиләләрҙе, кафе-ресторандарҙа бер-береһе менән аралашҡан йәштәрҙе күрәм дә ҡыуанам: Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ, яҡындарыбыҙ тыныс тормошта йәшәй. Шуның өсөн дә беҙ бындабыҙ. Тыуған еребеҙҙә тыныслыҡ, үҙ-ара татыулыҡ булһын – иң мөһиме ошо, – ти ҡыйыу йөрәкле Өфө ҡыҙы.

Авторы - В. УРАЗБАЕВ.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас