Геройҙар дәүере
30 Сентябрь 2025, 17:45

Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы

"Йәшел Башҡортостан” акцияһына арналған бөгөнгө сара йәштәрҙең тормошонда яңы этаптың башланыу символы булды.

Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялыЕңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙәге битендә шатлыҡлы ваҡиға менән уртаҡлашҡан.

“Мин бер юлы ике ғаиләнең барлыҡҡа килеү ваҡиғаһына шаһит булдым – Ыҫлаҡтан Анна менән Дамир һәм Радмила менән Рушан өйләнешергә ҡарар иттеләр.

Дамир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы булараҡ, Тыуған илгә хеҙмәт итә, уның тыныслығын һәм именлеген һаҡлай. Юлы ауыр, әммә яҡындарының мөхәббәте уға алға барырға көс-ҡеүәт бирә. Һәр яңы көндөң уларға шатлыҡтар һәм еңеүҙәр генә алып килеүен теләйбеҙ.

Рушан да Ватан һағына баҫырға әҙерләнә. Был егеттәр - геройҙарҙың киләсәк быуыны, Ватанға хеҙмәт итергә әҙерҙәр.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына арналған сара йәштәрҙең тормошонда яңы этаптың башланыу символы булды. Улар ултыртҡан үҫентеләр быуындар бәйләнеше ныҡлығын кәүҙәләндергән һөйөү һәм бәхет ағастары буласаҡ.

Һәр ғаилә гармонияла, бер-береһен аңлашып йәшәһен, тойғолар йылылығын оҙаҡ йылдар дауамында һаҡлаһын. Өйгә еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың төп хыялы. Батырҙарыбыҙға көс, сәләмәтлек, түҙемлек теләйем, алда әле һеҙҙе бик күп яҡты мәлдәр, шатлыҡлы ваҡиғалар көтә.

 Фото: Н.Әбелғужиндың телеграм-каналдағы битенән.

 

 

 

Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Еңеү менән ҡайтыу – һәр һалдаттың яҡты хыялы
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас