Геройҙар дәүере
1 Октябрь 2025, 10:30

"Мулла" – тыныслыҡ яҡлы

Яраланған, шулай булыуға ҡарамаҫтан, фронтҡа ебәреүҙәрен һораған

"Мулла" – тыныслыҡ яҡлы"Мулла" – тыныслыҡ яҡлы
"Мулла" – тыныслыҡ яҡлы

Балаҡатай районының Билән ауылында тыуып үҫкән Хәмит Муллануров 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ул элемтәсе һәм водитель булған. Алғы һыҙыҡта ҡаты яраланған, шулай булыуға ҡарамаҫтан, фронтҡа ебәреүҙәрен һораған.

– Махсус хәрби операция биләмәһенә тиклем Чечен Республикаһында тәртип урынлаштырҙым, – тип һөйләй "Мулла" позывнойлы Ил һаҡсыһы. – Әйткәндәй, армияла хеҙмәт итеүем дә юлдарҙы төрлө яҡлап асты. Шулай булғас, миңә яу яланы, окоптағы тормош, дары еҫе ныҡ таныш ине. "Беҙ бармаһаҡ, кем Ватаныбыҙҙы дошмандан һаҡлар?". Ошо уй күңелемә тынғылыҡ бирмәне. Мин дә, бүтән яуҙаштарым да тик тыныслыҡ яҡлы. Үҫеп килеүсе йәш быуындың киләсәге яҡты булһын өсөн унда юлландым.

Сержант Хәмит Муллануровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уның бөтәһе дүрт балаһы бар, аталарының ҡыйыу был аҙымын барыһы ла аңлап ҡабул иткән. Һәр береһе ғәзиз кешеһе менән сикһеҙ ғорурлана.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас