

Ныҡышмал, ихтыяр көслө кешеләр һәр саҡ һоҡланыу, ҡайһы саҡта ғәжәпләнеү тыуҙыра. Шуларҙың береһе Балтас районында йәшәй. Хәрби хәрәкәттәр ветераны Илмир Фәррәхов ҡаты яраланып, аяғын юғалтһа ла, ауырлыҡтарға бирешергә уйламай. Хеҙмәт һөйөүсән, тормошто яратҡан егет фермерлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә.
Социаль селтәрҙә яҡташтары уның был аҙымын хуплап ҡаршы алған һәм уға эшендә уңыштар теләгән. Илмир яңы шөғөлгә ҙур теләк һәм дәрт менән тотонған. Үҙ аҡсаһына МТЗ тракторы һәм башҡа кәрәкле техника ала, бесән әҙерләй, мал-тыуар өсөн аҙыҡ һатып ала. Уның техника паркы тағы бер мини-тракторға байығандан һуң, эш тағы еңеләйә төшә. Район хакимиәте белгестәренә мөрәжәғәт итеп, фермер хужалығын ойоштороу буйынса файҙалы кәңәштәр ала.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Вадим Ғәлиәкбәров әйтеүенсә, был - районда хәрби хәрәкәттәр ветеранының малсылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иткән тәүге осрағы. “Эш башлаусы фермер” федераль проектына ярашлы, Башҡортостандың утыҙҙан ашыу кешеһе дәүләт ярҙамын алды. Шуларҙың икәүһе – Балтас районынан. Илмир, хәрби ветеран булараҡ, конкурста ике өҫтәмә балл алып, өҫтөнлөккә эйә булған.
Фермерҙың проекты йылҡысылыҡҡа йүнәлтелгән һәм уңышлы яҡланған. Ул дәүләт средстволарына башҡорт тоҡомло 36 ат һәм 2ПТС-4 тағылмаһы ала. Ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы Дамир Закиров әйтеүенсә, йылҡы малы ентекле һайлап алынған, сирҙәре юҡлығына тикшереү үткәрелгән. Илмир Фәррәховтың киләсәккә пландары ҙур. Ул ҡышҡы шарттарға сыҙамлы башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүҙән тыш, малдар өсөн лапаҫ яһамаҡсы. “Фермерҙәң ҡымыҙ етештереү, хужалыҡты киңәйтеү һәм игенселек менән шөғөлләнеү уйы ла бар”, тип яҙа “Балтач таңнары” гәзите.
Илмир Фәрзәт улы район хакимиәтенә шәхси предприятие ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәтле. Яңы хужалыҡ ике эш урыны булдырасаҡ. Әлегә фермерға ҡатыны Эльза ярҙам итә. “Дәүләт гранты бик ваҡытлы һәм әһәмиәтле булды, – ти Илмир Фәррәхов. – Унһыҙ эш башлауы ауыр булыр ине. Бындай мөмкинлек өсөн ҙур рәхмәт. Яңы тормош башлауҙа, яратҡан һөнәрең менән шөғөлләнеү һәм йәмғиәт өсөн файҙалы булыуҙа гранттың мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ”.
Вадим Ғәлиәкбәров файҙалы эшкә тотоноу уйы менән янған һәм район үҫешенә үҙ өлөштәрен индерергә теләгән хәрби ветерандарға дәүләт ярҙамының әһәмиәтен билдәләне.
– Беҙ яҡташыбыҙҙың, ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, һынмауын һәм ауыл хужалығын үҫтереү менән шөғөлләнеүен хуплайбыҙ. Был бит үҙе ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө! Бындай башланғыстарҙы артабан да дәртләндерәсәкбеҙ, – тине ул.
Фермер хужалығы ойоштороу – яңы эш урындары булдырыу, районда йылҡысылыҡты үҫтереүҙә мөһим аҙым ғына түгел, ә мөһим социаль проект та. Ҡаты һынауҙарҙан һуң да тормошта үҙ урыныңды табыу, йәмғиәткә файҙа килтереп булыуын иҫбатлаусы, үҙ эшеңде асыуға көс биреүсе проект ул. Илмир Фәрзәт улының өлгөһөнә эйәреп, үҙ эшен асыусы, яңы шөғөлдәр үҙләштереүсе ветерандар һаны артыуына икеләнмәйбеҙ.
Фото: “Балтач таңнары” гәзите сайты.