

– Октябрьский ҡалаһындағы “Альтернатива” пластмасса әйберҙәр заводына эшкә урынлашҡанда бейдж өсөн фотоға төштөм. Шул фотоһүрәтте күреп, “итальян кешеһенә оҡшап тораһың”, тип көлдөләр. Бына шунан миңә “Итальян” тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды. МХО-ға өлөшләтә мобилизация буйынса алынғас, башҡа төрлө позывной тураһында уйлап та торманым инде, – тип яуапланы Динар.
35 йәшлек яугир әрме хеҙмәтен үткән, Октябрьский ҡалаһындағы төҙөлөш колледжын тамамлаған. Өйләнгән, кәләше менән дүрт йәшлек ҡыҙ үҫтерә.
– Армияла разведчик-сапер булып хеҙмәт иттем, бында ла ошо бурысты башҡарам. Әрмеләге тәжрибә ярҙам итә, онотолған һәләт-ғәмәлдәр шунда уҡ иҫкә төштө. Саперға яңылышырға ярамай, шуға күрә һәр заданиеға һалҡын аҡыл менән юлланыу, үҙ эшеңдән башҡа нимә тураһында уйламау, иғтибарыңды ситкә бүлмәү бик мөһим, – ти яугир.
Уның менән егеттәрҙең бындағы көнкүреше, һалдат дуҫлығы тураһында ла әңгәмә ҡорҙоҡ. “Шарттар зарланырлыҡ түгел, өйрәндек”, – тип яуапланы ул. Үҙҙәрен һәр ваҡыт формала, физик әҙерлектә тотоу өсөн спорт залы йыһазландырып алғандар. Ә инде һуғыш шарттарындағы ирҙәр дуҫлығы хаҡында былай тине:
– Бындағы дуҫлыҡ менән тыныс тормоштағыһы, әлбиттә, айырыла, сөнки хәрби бурысты үтәү барышында уларға үҙ ғүмереңде ышанып тапшырған мәлдәр ҙә була.
Башҡа иптәштәре кеүек “Итальян” өсөн дә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, ғаиләһе, ата-әсәһе, туғандары менән күрешеү – иң көтөп алған бәхетле мәлдәр.
– Ҡыҙым әлегә минең ҡайҙа булыуымды аңламай, ул мине эштә тип уйлай. Шулай ҙа ныҡ һағына, үҙем дә ғаиләм янына ашҡынып ҡайтам. Отпускымды яҡындарым менән бергә мөмкин тиклем иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышам. Кәләшем һәм ҡыҙым менән төрлө иҫтәлекле урындарға йөрөйбөҙ, сәйәхәт итәбеҙ. Атай-әсәйҙе лә онотмайым, әлбиттә. Улар янына ауылға барыу – үҙе бер байрам кеүек. Бөтә урам, күрше-тирә ҡаршы ала, хәлдәрҙе һораша, унан инде изге теләктәре, доғалары менән оҙатып ҡала, – тип һөйләне “Итальян” тыуған яҡтары һәм яҡындары тураһында.
Ул үҙенең ошо өс йыл ваҡыт эсендә ярайһы уҡ үҙгәреүен, нисектер етдирәккә, уйлап эш итеүсәнгә әйләнеүен билдәләне. Уның күкрәген “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Минанан таҙартҡан өсөн”, II дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары биҙәй.
Һүҙ аҙағында яҡын кешеләренә, яҡташтарына изге теләктәрен дә еткерҙе ул.
– Беҙ бында хеҙмәт иткәндә яҡындарыбыҙ тыныс була ала. Беҙҙе көткән, доғала булғандарҙың барыһына ла ныҡлы сабырлыҡ, өмөт һәм ышаныс теләйем. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ, – тине Йәрмәкәй яугире.
Тимур ИБРАҺИМОВ – “Грач”, саперҙар ротаһы командиры:
– “Итальян” – бик шәп егет. Етеҙ, сос, нимә ҡушаһың – шуны мотлаҡ үтәй. Һәр заданиеға уйлап, һалҡын аҡыл менән тотона. Кеше булараҡ та бик һәйбәт, һәр ваҡыт ғаиләһен ҡайғырта, яҡындарының имен, матур тормошо өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер.
(Авторҙан: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командировканан ҡайтҡас, офицер Тимур Ибраһимов – “Грач”тың батырҙарса һәләк булыуы тураһында ауыр хәбәр килде. Уның яҡындарының һәм яуҙаштарының сикһеҙ ҡайғыһын урталашабыҙ).
Авторы - В. УРАЗБАЕВ.
Автор фотоһы.