

Ғафуриҙар махсус хәрби операция башланғандың тәүге көнөнән үк алғы һыҙыҡта тороусыларға, ҡулдарына ҡорал тотоп тыныс тормошто яҡлаусыларға гуманитар ярҙам йыйыу һәм ебәреү кеүек изге эшкә әүҙем ҡушылды. Район халҡы тарафынаy яугирҙәребеҙгә даими рәүештә аҙыҡ-түлек, йылы кейем, медикаменттар, техника йыйыла һәм оҙатыла. Урында йәшәүсе һәр кем яугирҙәр өсөн борсола һәм ауыр минутта һалдаттарыбыҙға ихласлыҡ менән ярҙам күрһәтә.
Күптән түгел Ғафури районының Үтәк һәм Игенселәр ауылдарында йәшәүселәр яугирҙәребеҙгә туҡмас әҙерләне. Өй йылыһын хәтерләткән был аҙыҡ яугирҙәребеҙ киләһе гуманитар йөк менән алып барыласаҡ.
Был – ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ ярҙамдың бер өлөшө. Яуҙағы һалдаттарыбыҙға ярҙам йыйыу бер көнгә лә туҡталғаны юҡ.
Фотолар: Ғафури районы хакимиәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.