Геройҙар дәүере
9 Октябрь 2025, 07:00

"Ярҙам итеү теләге беҙҙе яҡынайтты"

Архангел районында МХО-ға, яугирҙәрҙең ғаиләләренә төрлө яҡлап булышлыҡ итәләр.

"Ярҙам итеү теләге беҙҙе яҡынайтты""Ярҙам итеү теләге беҙҙе яҡынайтты"
"Ярҙам итеү теләге беҙҙе яҡынайтты"

Архангел районы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам итеүгә, гуманитар ылау йыйыуға ҙур өлөш индерә.

Күптән түгел, мәҫәлән, Көмәрле ауылында маскировка селтәре үреү пункты асылды. Станоктың каркасын Халиҡовтар ғаиләһе – Ғүмәр Барый улы, Айҙар Ғүмәр улы һәм кейәүҙәре Рәдиф Хәлилов эшләгән, урынлаштырған. Селтәр өсөн материалды, башҡа кәрәк-яраҡты ауыл халҡы үҙ аҡсаһына ала.

Липовка ауыл биләмәһе башлығы Илдар Абдрафиҡов билдәләүенсә, Көмәрлелә оҫта ҡуллы ҡатындар күп, улар селтәр үреү үҙенсәлектәренә тиҙ төшөнгән. “Иң мөһиме – теләк, яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүгә ынтылыш, – ти ул. – Һәр эштә берҙәмлеге менән айырылып торған Көмәрле халҡын МХО-ға булышлыҡ күрһәтеү саралары тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Һәр кем махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын, яугирҙәребеҙҙең тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләп, ихлас күңелдән ярҙам итә”.

Райондың Орловка ауыл биләмәһендәге ирекмәндәр төркөмө әүҙем эш алып бара. Улар ике аҙна эсендә урындағы штабҡа 16 маскировка селтәре үреп тапшырҙы. Райондан ебәреләсәк 37-се гуманитар ылауҙы әҙерләүгә тәүгеләрҙән булып өлөш индерә башланылар.

МХО-ла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә рухи ярҙам күрһәтеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел Абҙан ауылы мәҙәниәт йортонда ошо уңайҙан осрашыу үтте. Сарала ҡатнашыусылар яҡташтары, Абҙандың “Өмөт” халыҡ театры актеры Алмас Хужин хаҡында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уны бер минут тын тороп хәтергә алды. “Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, татыу йәшәйек. МХО-ла ҡатнашҡандарға, уларҙың яҡындарына ярҙам итеп торайыҡ”, – тигән уртаҡ фекерҙе ихлас ҡеүәтләне абҙандар.

Фотолар Архангел районы хакимиәте төркөмөнән алынды.

"Ярҙам итеү теләге беҙҙе яҡынайтты"
"Ярҙам итеү теләге беҙҙе яҡынайтты"
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас