Геройҙар дәүере
10 Октябрь 2025, 05:00

Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ

Торлаҡтарҙы яраҡлаштырыуға ярашлы, планшетҡа йәки смартфонға тоташтырылған “Аҡыллы йорт” системаһы ҡуйыла, кухня өсөн махсус йыһаздар урынлаштырыла, махсус һауыт-һаба һәм  робот-саң һурҙырғыс, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн төтөн һәм газ датчиктары менән тәьмин ителә.

Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡЙәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ
Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ

Башҡортостандың өс районында “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы ҡарауындағы ветерандарҙың торлаҡтары йәшәү өсөн уңайлыраҡ итеү өсөн яраҡлаштырыла. Махсус хәрби операцияла инвалидлыҡ алған яугирҙәрҙең йорттарын тикшереү өсөн филиалдың социаль координаторҙары муниципаль комиссия ағзалары менән аҙна һайын райондарға сыға.

Торлаҡтарҙы яраҡлаштырыуға ярашлы, планшетҡа йәки смартфонға тоташтырылған “Аҡыллы йорт” системаһы ҡуйыла, кухня өсөн махсус йыһаздар урынлаштырыла, махсус һауыт-һаба һәм  робот-саң һурҙырғыс, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн төтөн һәм газ датчиктары менән тәьмин ителә.

 Балтас районында махсус хәрби операция ветерандары Радик Шакиров менән Илсур Хафизовтың  торлаҡ шарттары тикшерелде. Социаль координаторҙар документтар әҙерләргә һәм торлаҡты яраҡлаштырыуға заявка ебәрергә ярҙамлашты.

Шулай уҡ Тәтешле районынан Феликс Зиятов һәм Иглин районынан Виталий Карпенкоға социаль координаторҙар тарафынан заявка ебәреү буйынса ярҙам күрһәтелде.  

2024 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың сентябренә тиклем торлаҡты яраҡлаштырыуға бирелгән 151 заявканың 141 - е тикшерелгән, 51 торлаҡта йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

 

 Фото: “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы.

Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ
Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ
Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ
Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ
Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ
Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ
Йәшәү шарттары уңайлыраҡ буласаҡ
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас