

Бөгөн Өфөләге Совет майҙанында Башҡортостандың Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп кластары уҡыусыларын йәш шайморатовсылар сафына ҡабул итеү тантанаһы булды.
“Бөгөн һеҙҙең өсөн – айырыуса иҫтәлекле көн, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙы ошо ваҡиға менән ҡотлап. – Бөгөн, Республика көнөндә, милли геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов исемен ғорур йөрөткәндәрҙең татыу ғаиләһенә ҡушылаһығыҙ. Был – ҙур баһа ла, оло яуаплылыҡ та. Һеҙ генерал исеменең генә түгел, ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, уның яугирҙәренең хәрби даны вариҫтары ла булаһығыҙ. Был легендар дивизия хәрби алыштар менән Дондан алып Эльба йылғаһына саҡлы юл үткән. Ул – Ҡыҙыл Армияла 78 Советтар Союзы Геройы һәм биш яугире Дан орденының тулы квалеры булған берҙән-бер хәрби берләшмә. Шайморатовсылар сафына баҫып, һеҙ юғары намыҫ һәм маҡсатҡа ынтылышлылыҡ эстафетаһын ҡабул итәһегеҙ. Тимәк, уҡыуҙа ла, спортта ла ныҡышмалылыҡ күрһәтергә, ә тормошта ярҙамға килергә әҙер булырға тейешһегеҙ.
Рәсәй Геройы генерал-майор Руслан Ғарифуллин йәш шайморатовсыларҙы Тыуған илдең ысын илһөйәрҙәре булырға һәм милли геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡларға саҡырҙы.
“Һеҙ – Башҡортостандың киләсәге. Һеҙҙең алда атай-әсәйҙәрегеҙ һәм уҡытыусыларығыҙ ғорурланасаҡ файҙалы эштәр башҡарыу бурысы тора, – тине ул. – Беҙҙең республиканың 116-сы махсус тәғәйенләнештәге айырым бригадаһы яугирҙәре иң яуаплы йүнәлештәрҙә хәрби бурыстарын башҡара. Һеҙҙең Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен намыҫ менән йөрөтөүегеҙҙе теләйем”.
Тантана һуңында майҙанда сафтарға теҙелгән уҡыусылар “Йәш шайморатовсылар анты”н ҡабул итте һәм “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы, ә махсус хәрби операцияла булған яугирҙәр йәш шайморатовсылар отрядтары командирҙарына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байраҡтарын тапшырҙы.
Автор фотолары.