

“Ленгаз” позывнойлы яугир 2023 йылда махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китә. Штурм лаусылар полкының взвод командиры урынбаҫары батырлығы, ҡыйыулығы өсөн Суворов, “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы“ миҙалдары менән наградланған.
Яңыраҡ ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып, ата-әсәһе, туғандары менән аралашты. Оҙаҡламай тағы ла хәрби хеҙмәткә. Ул Көйөргәҙе районының Ермолаевка ҡасабаһынан.
– Хәҙер мин Брянск өлкәһе менән сиктә, оборонаның беренсе линияһында хеҙмәт итәм. Был участкала дошман тарафынан төрлө диверсиялар булыуы мөмкин, беҙҙән Мәскәүгә юл ҡыҫҡа. Сиктәр айырыуса ныҡ һаҡланырға тейеш. Төп проблема – дрондар. Улар көнө-төнө тынғылыҡ бирмәй. Көнбайыш был техника менән Украинаның ҡораллы көстәрен яҡшы тәьмин итә. Рәсәй Оборона министрлығы булыша, шулай уҡ халҡыбыҙ ҙур ярҙам күрһәтә. Минең ауылдаштарым даими рәүештә фронтҡа ярҙам ҡулы һуҙа. Уларға ҙур рәхмәт белдергем килә.
Яугирҙәр йыш ҡына үҙ иҫәптәренә “Мавик”тар ала, уларҙың хаҡы 400 мең һумға етә, өҫтәүенә программалар менән тәьмин итергә кәрәк. Өҫтөнлөктәре нимәлә? Юғары бейеклектә оса, ерҙәге объекттарҙы һиҙҙермәйенсә күҙәтә алыуҙары, ә камераларының юғары сифатлы һүрәт төшөрөүе һәм уларҙы реаль ваҡыт режимында идара итеү пультына тапшырыуы менән отошло. Эйе, бик ҡиммәтле техника. Һуғыш яланында ике көндән алып өс айға тиклем хеҙмәт итә ала. Унһыҙ егеттәргә ауырға тура килә.
Минең роталағы яугирҙәрҙең күбеһенең йәше ҡырҡтан өҫтә. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылғандар. Бик дуҫ, берҙәм ғаиләләй блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Кемдер иртән намаҙ уҡый, уларға ихтирам менән ҡарайбыҙ. Мин Чечнялағы бәрелештәрҙе үткән кеше, ихтыяр көсөмдө туплай алам. Ҡурҡыуға бирелмәҫкә, башты эшләтергә кәрәк. Яугирҙәргә ышаныс һәм доғалар ярҙам итә. Бөтә яҡташтарыма бәхет теләйем! – ти батыр Көйөргәҙе егете.
Фото: шәхси архивтан.