Геройҙар дәүере
13 Октябрь 2025, 06:00

Элек – хәрби, бөгөн – ашнаҡсы

Ете бала атаһы яратҡан һөнәре буйынса эш башланы

Элек – хәрби, бөгөн – ашнаҡсыЭлек – хәрби, бөгөн – ашнаҡсы
Элек – хәрби, бөгөн – ашнаҡсы

Көйөргәҙе районында йәшәгән ете бала атаһы Фәнил Кәримов  махсус хәрби операция зонаһында контракт буйынса йыл ярым хеҙмәт иткәндән һуң  2025 йылдың февралендә тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Бер айҙан һуң “Работа России” кадрҙар үҙәгенә эш эҙләп мөрәжәғәт итә.

–Уға эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеү өсөн персональ куратор тәғәйенләнде. Район Советы депутаты Вячеслав Овчинников бик әүҙем ҡатнашты. Ауылда транспорт менән тәьмин ителештең насар булыуы йәшәү шарттарын ҡатмарландырҙы. Шуға күрә яугирҙең тыныс тормошҡа ҡайтыу осоронда йәмәғәт эштәре тәүге аҙым булды, – тип һөйләй “Работа России” кадрҙар үҙәгенең Көйөргәҙе районындағы  бүлек начальнигы Елена Ломова.

Райондың кадрҙар үҙәге мәктәптәрҙә туҡланыу ойоштороусы  “ ООО Опторг” компанияһы менән  килешеү төҙөй. Эш биреүсе яугирҙе кухня хеҙмәткәре вазифаһына эшкә ала. Яңы хеҙмәткәрҙең профессионализмын һәм  яуаплылығын баһалап, уға яңы вазифа тәҡдим итәләр. Октябрҙән башлап, Фәнил Федор улы үҙенең төп һөнәре – ашнаҡсы булып, райондың Илкәнәй ауылы мәктәбендә эшләй. Ул эшенән ҙур ҡәнәғәтләнеү кисереп, уҡыусыларҙы сифатлы туҡландыра. Ә яугирҙең ҡатыны уның хеҙмәттәше булып киткән, ошо уҡ учреждениела физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.  Яугирҙең ҡыҙы белем биреү сертификаты алып, маникюр оҫтаһы  белгеслеге буйынса һөнәргә өйрәнеү курсын үтә.   Мәшғүллек өлкәһендә комплекслы ярҙам сараларына ярашлы, яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50 мең һумға тиклем  сертификат алырға мөмкин.

 Фәнил Кәримов   райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, илһөйәрлек акцияларында йыш ҡунаҡ булып, йәштәр менән тормош, хәрби тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Кадрҙар үҙәге консультанттары, аныҡ тормош хәленән сығып, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө эш варианттары тәҡдим итә.  Йыл башынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 185 кешегә  һәм уларҙың 158 ғаилә ағзаһына  белем биреү сертификаттары тапшырылған. Йөҙҙән ашыуы уңышлы эшкә урынлашҡан.

 Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.  

 

 

Элек – хәрби, бөгөн – ашнаҡсы
Элек – хәрби, бөгөн – ашнаҡсы
Элек – хәрби, бөгөн – ашнаҡсы
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас