

Асҡын районының Әмир ауылында йәшәгән, хәҙерге көндә махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән “Молодой” позывнойлы яугир изге эштәр ҡылыуын дауам итә. Ул йәнә автомобиль һатып алыу өсөн аҡсаһын әсәһенә ебәргән. Яугирҙең әсәһе Hyundai Accent машинаһын һатып алған, ә дуҫтары Ирек Зараев менән Тимур уны махсус хәрби операция зонаһына илткән.
Әмир халҡы Ватан һаҡсыларына гуманитар ярҙам туплау өсөн бер усҡа тупланды. Маскировка селтәрҙәре, тушенка, солянка, туҡмас, тәм-томлы аҙыҡтар – барыһы ла бар.
– Һөйөү менән әҙерләнгән аҙыҡтарыбыҙ егеттәребеҙгә көс бирһен. Кисә гуманитар йөк тейәлгән машина зонаға уңышлы барып еткән, ә бөгөн уны илткән егеттәр машинаны яугирҙәргә тапшырып, тыуған яҡҡа ҡайтырға сыҡты. Ауылдаштарға ҙур рәхмәт! Машинаға йәшелсә, емеш-еләк, йылы кейем тейәлде. Һәр әсә яҡшы аңлайҙыр: улың өсөн бер ни ҙә йәл түгел. Иҫән-һау әйләнеп кенә ҡайтһындар, – ти тулҡынланыуҙан күҙҙәренә йәш тулған яугир әсәһе.
Фото: “Аскинская новь” гәзите.