

Ауырғазы ерендә тыуып үҫкән, хәҙер Өфө ҡалаһындв йәшәгән яҡташтар бәләкәй Ватаны, ауылдаштары хаҡында һис тә онотмай. Асҡаровтар ғаиләһе – Илһам, Лилиә һәм уларҙың балалары Эльвина менән Айҙар тыуған яҡтарында йыш була, ауылдаштарының шатлығын һәм кисерештәрен уртаҡлашып йәшәй. Ата-әсә һәр саҡ илһөйәр булды һәм үҙҙәренең өлгөһөндә балаларын да тәрбиәләй, тип яҙа “Аургазинский вестник”.
Ғаилә башлығы автомобилдәрен махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Ауырғазы егеттәренә ебәрергә ҡарар иткәс, барыһы ла уның тәҡдимен дәррәү хуплап ҡаршы ала. ”Нива”ның корпусында яугирҙәрҙең үтенесе буйынса яуҙа һәләк булған Ангарск егете Антон Борисов иҫтәлегенә “За Тоху!” тигән яҙыу ҙа буласаҡ. Машинаны ныҡлап ҡарап, тейешле ремонт үткәреү менән ул Донецк тарафтарына йүнәлеш аласаҡ.
Асҡаровтар ғаиләһе автомобиль менән бергә Ватан һаҡсыларына батырлыҡтары һәм ҡыйыулыҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен тапшырҙы, уларҙың тоғролоғо, сыҙамлығы өсөн һоҡланыуын белдерҙе.
Фото: “Аургазинский вестник” гәзите.