Геройҙар дәүере
18 Октябрь 2025, 03:45

Радик Ғәлимов ҙур проектта ҡатнаша

Радик Рафиҡ улы барыһына ла өлгө 

Радик Ғәлимов ҙур проектта ҡатнашаРадик Ғәлимов ҙур проектта ҡатнаша
Радик Ғәлимов ҙур проектта ҡатнаша

Радик Ғәлимов ҙур проектта ҡатнаша

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Радик Ғәлимов "Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнаша. Был турала ишеткәс, беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡыуандыҡ. Әйткәндәй, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов "Бәйләнештә" социаль селтәрендә үҙ фекерен белдергән.

– Ватанға тоғро хеҙмәт итеү хаҡында һүҙ барғанда, Радик Ғәлимовты телгә алыр инем, – тигән Риф Сәғәҙәтулла улы. – Ул, ысынлап та, барыһына ла өлгө булып тора. Мин бында Радик Рафиҡ улының "Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнашҡаны өсөн генә яҙмайым, ә уның яҡшы кеше икәнен яҡындан белгән өсөн һөйләйем.

Риф Йосопов билдәләүенсә, Радик Ғәлимов бай тормош юлын үткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында юғары вазифа биләүе, ведомствонан тыш һаҡ йәмғиәтендә эшләүе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы һәм башҡа урындарҙа тир түгеүе шуға асыҡ миҫал.

Риф Сәғәҙәтулла улы Радик Ғәлимовҡа уңыштар теләгән.  

Фото: Риф Йосоповтың "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас