Геройҙар дәүере
19 Октябрь 2025, 14:15

Колледж студенттары менән осраштылар

МХО ветерандары ҡаһарманлыҡ дәресендә ҡатнашты.

Колледж студенттары менән осраштыларКолледж студенттары менән осраштылар
Колледж студенттары менән осраштылар

Башҡортостан кооператив техникумы саҡырыуын ҡабул итеп, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының республика филиалы командаһы һәм хәрби хәрәкәттәр, шулай уҡ МХО ветераны Евгений Шмыгов менән фондтың социаль координаторы, МХО ветераны Шамил Ғәлимйәнов "Үҙ өлгөһөңдә" тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Был турала дәүләт фондының Башҡортостан филиалы үҙ социаль селтәрҙәрендә яҙҙы.

Лейтенант Евгений Шмыгов - МХО һәм Чечен Республикаһындағы локаль конфликт ветераны. 2023 йылдың 10 февралендә Луганск өлкәһендәге ҡаты бәрелештәрҙә взвод командиры үҙен оҫта, ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Батырлығы "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы, 1-се һәм 2-се дәрәжә "Хәрби батырлыҡ өсөн" отличие билдәләре, "Хәрби батырлыҡтары өсөн" һәм Шайморатов миҙалдары менән билдәләнә.

Рәсәй Армияһы менән контрактҡа ҡул ҡуйып, фронтҡа эләккәндә, Шамил Ғәлимйәновҡа ни бары 18 йәш була. Башта – ашығыс хеҙмәт, унан – хәрби тәжрибә, яраланыу, реабилитация, ә алда йәш ҡаһарманды яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡыуҙы тамамлау һәм юғары уҡыу йортона инеү көтә. Бөгөнгә ул – "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалында хәрби стажға эйә иң йәш социаль координатор. Шамил Марат улына сал сәсле ветерандар үҙ проблемалары менән уртаҡлаша, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре уға мөрәжәғәт итә, һәм ул ярҙам итә.

Колледж студенттары менән осрашыу ваҡытында МХО ветерандары илебеҙҙәге ваҡиғаларҙың мөһимлеге хаҡында, Ватандың лайыҡлы яҡлаусыһы булыу өсөн уны яратырға, яҡшы уҡырға һәм тәртипле булырға кәрәклеген тураһында һөйләне.
Бындай осрашыуҙар йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо уятыуға, үҙ иленең тарихына хөрмәт һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлауға әҙерлек тәрбиәләүгә ярҙам итә.

Сығанаҡ, фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас