

Бөгөн Башҡортостандан аҡ халатлылар махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә даими медицина ярҙамы күрһәтә. Уларҙың барыһы ла - үҙ эшен яратҡан, тәүлек әйләнәһенә һаулыҡ һағында торған оҫталар.
Күптән түгел Белорет районынан Илдар Хәмитов махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Был хаҡта урындағы хакимиәт башлығы Азат Хәкимов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Медицина хеҙмәткәре ике тапҡыр МХО биләмәһендә булған, яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән. 2022 йылда ул Луганскиҙағы госпиталдә эшләгән. 2024 йылда Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм алғы һыҙыҡҡа юлланған. “Ҡарарҙы табип йөрәге ҡушыуы буйынса ҡабул иткән. Был ҡыйыу аҙымы өсөн хөрмәт итәм уны. Белемле, тәжрибәле, алтын ҡуллы. Беҙҙең өсөн ул – ҡыйыулыҡ һәм һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө”, - тип яҙған Азат Хәкимов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
2025 йылдың 5 июненән контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған 1,4 миллион һум (бер миллион һумы – республиканан, 400 мең һумы – федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.
Фото А. Хәкимовтың сәхифәһенән.