Геройҙар дәүере
21 Октябрь 2025, 08:40

Дошман утынан дуҫын ҡотҡара

Батырлығы өсөн Азамат Муллашев дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән. 

Дошман утынан дуҫын ҡотҡараДошман утынан дуҫын ҡотҡара
Дошман утынан дуҫын ҡотҡара

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре - Азамат Муллашев менән Ирек Ғилмийәров осрашты. Баҡһаң, бер йыл элек Азамат Иреккә икенсе ғүмер бүләк итә: дрондар һөжүме ваҡытында иптәшен үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплап, үлемдән ҡотҡара.

Азамат Муллашев һәм Ирек Ғилмийәров 2023 йылда контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң 31-се “Башҡортостан” полкының өсөнсө батальонында таныша. Беренсеһе “Вирус” позывнойы менән һигеҙенсе ротала фельдшер булып хеҙмәт итә, икенсеһе штурмовик була һәм туғыҙынсы ротала “Мосолман” тип йөрөтөлә. Хеҙмәт ваҡытында “Мосолман” хәрби иптәштәре менән яралыларҙы “Вирус” эшләгән медицина блиндажына оҙата.

Бер көндө хәрби заданиела саҡта “Мосолман” ҡаты яралана, ә “Вирус” үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла уны ҡотҡара – дрон һөжүменән һаҡлап, үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай. Һөҙөмтәлә Азамат Муллашев үҙе лә ҡаты яралана. Ярар әле эвакуация төркөмө уларҙы таба һәм яу яланынан алып сыға.

Дуҫтар тәүҙә бер госпиталгә эләгә, аҙаҡ юлдары айырыла. Тик һәр ваҡыт бер-береһе тураһында белешеп торалар. Ә Ирек телефонын юғалтҡас, бәйләнеш бөтөнләй өҙөлә... Һәм бына бер йыл үткәс хәрби иптәштәр осраша. 

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Азамат Муллашев дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән.

Фото: "Выбор" баҫмаһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас