Геройҙар дәүере
22 Октябрь 2025, 06:00

Стәрлетамаҡтар яугирҙәргә даими ярҙам итә

Стәрлетамаҡ ҡалаһы – ул ҙур сәнәғәт үҙәге, ә районы – республикабыҙҙың бәрәкәтле төбәктәренең береһе. Хәҙер был муниципалитеттарҙың икеһе лә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә ярҙам үҙәктәренә әүерелгән. 

Стәрлетамаҡтар яугирҙәргә даими ярҙам итәСтәрлетамаҡтар яугирҙәргә даими ярҙам итә
Стәрлетамаҡтар яугирҙәргә даими ярҙам итә

Стәрлетамаҡ районында йәшәүселәр махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар йөктө оҙатасаҡ. Был изге эштә эшҡыуарҙар, депутаттар, уҡыусылар, хаҡлы ялдағылар һәм башҡалар ҡатнаша. Мәҫәлән, уҡыусылар эсәр һыу, шәхси гигиена әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ килтергән, йылы эстәлекле хаттар яҙған. Хаҡлы ялдағылар иһә йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән ойоҡбаштарҙы, үҙҙәренең ҡулдары менән әҙерләнгән аҙыҡ-түлекте алып килгән. Ғәҙәттәгесә урындағы депутаттар һәм эшҡыуарҙар ҙа изге эштән ситтә ҡалмаған: улар бензин генераторҙары, электр генераторҙары, төҙөлөш материалдары һәм яугирҙәребеҙгә кәрәк булған башҡа әйберҙәрҙе һатып алған.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы – ул ҙур сәнәғәт үҙәге, ә Стәрлетамаҡ районы – республикабыҙҙың бәрәкәтле төбәктәренең береһе. Хәҙер был муниципалитеттарҙың икеһе лә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә ярҙам үҙәктәренә әүерелгән. Урындағы ойошма-предприятиелар, ирекмәндәр һәм барыһы ла изге эштән ситтә ҡалмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған 1,4 миллион һум (бер миллион һумы – республиканан, 400 мең һумы – федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас