

Шаран районында тыуып үҫеп, бөгөн Туймазы ҡалаһында йәшәгән “Яҡут” – бай тормош тәжрибәһенә эйә яугир. Ул тыныс тормошта әүҙем йәмәғәтсе, ауыл советы депутаты, ирекмән булған. Өс юғары белемгә эйә булыуы менән ғәжәпләндерҙе ул. Өҫтәүенә, күп балалы ғаилә башлығы ла икән: Рәмил Валерий улы – биш бала атаһы. Ә махсус хәрби операцияға 2024 йылдың майында үҙ теләге буйынса, йәғни хәрби контракт төҙөп юлланған.
Бының сәбәбен һорағас:
– Мин оҙаҡ йылдар Себерҙә вахта ысулы менән эшләнем. Ғаиләм менән Туймазы ҡалаһында төпләнгәнбеҙ. Һуңғы эш урыным – “Лукойл” йәмғиәте. Йәшермәйем: эш хаҡым яҡшы булды, ғаиләмде һәйбәт тормошта йәшәтеүгә етте, йәғни МХО-ға юлланыуға аҡса эшләү уйы сәбәпсе булманы. Вахта араһында йәмәғәт эштәре менән булышып, депутатлыҡ бурыстарын да үтәп өлгөрә инем. Махсус хәрби оперция башланғас, бер нисә тапҡыр гуманитар ылау менән яугирҙәр янына барып ҡайттым һәм үҙем дә контракт төҙөргә тигән ҡарар ҡабул иттем. Шуны ла әйтеп үтәйем: мин быға тиклем дә контракт буйынса хеҙмәт иткәнем булды, шуға күрә был йәһәттән дә тәжрибәм етерлек, – тип ихлас итеп яуап бирҙе ул.
Балаларының, яҡындарының был ҡарарҙы нисек ҡабул итеүе менән дә ҡыҙыҡһындым.
– Арттырып йәки ҡыланып әйтмәйем: мин – патриот. Балаларымды ла ошо рухта тәрбиәләйем. Өлкән ҡыҙыма – 19, улыма 10 йәш, улар барыһын да аңлай. Ҡыҙым Туймазы ҡалаһындағы колледжда юрист һөнәрен үҙләштерә, ул – минең ҙур ярҙамсым. Балаларымдың ҡалғандары бәләкәй әле, әммә мәктәптә уҡығандары ла, баҡсаға йөрөгәндәре лә ҙур ғорурлыҡ менән “Беҙҙең атай – яугир”, ти. Был – минең өсөн дә оло ғорурлыҡ. Һуғыш афәтенең беҙҙең йорттарға килеп етеүен теләмәйем, шуға күрә мин бында. Әгәр ир-егеттәр ил именлеге һағына баҫмаһа, дәүләтселекте һәм халыҡты кем яҡлар? Мин контракт төҙөгәнгә тиклем үк дуҫтарымдың күбеһе МХО-ға юлланған ине. Үкенескә ҡаршы, һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай, миңә лә бер нисә иптәшемде юғалтыу ауырлығын кисерергә тура килде. Хәҙер улар өсөн дә һуғышырға, еңеүгәсә етергә тейешмен тип, үҙемә наказ бирҙем, – ти “Яҡут”.
Рәмил Валерий улы киләсәктә лә йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам итергә ниәтләй, ошо маҡсатта республикабыҙҙа иғлан ителгән “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашҡан. Киләсәктә бында алған белем һәм тәжрибәнең мотлаҡ кәрәк булырына ышана ул.
Мәҡәләнең авторы - В. УРАЗБАЕВ.
Автор фотоһы.