

Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылында йәшәүсе Ленат Ниғмәтйәнов - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итеүселәрҙең береһе. Ул – алтын ҡуллы иретеп йәбештереү оҫтаһы. Тирә-яҡ күрше-күләне, ҡатыны Ғәлиә һәм балалары ярҙамында яҡынлашып килгән ҡыш миҙгеле өсөн бик кәрәкле ун мейес эшләгән ул.
Оҙаҡламай “буржуйка”лар алғы һыҙыҡҡа йүнәләсәк. Уларҙа аҙыҡ әҙерләргә, блиндаждарҙы йылытырға мөмкин. Ленат Мәҙехәт улының да бөгөн күп кенә таныштары, яҡындары, туғандары Ватан һағында тора. Оҫта уларға ярҙам итеүенән, Еңеүгә өлөш индерә алыуынан ҡәнәғәтлек кисерә һәм уларҙың иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Фото: “Ҡариҙел” гәзите.