Геройҙар дәүере
26 Октябрь 2025, 05:00

Ул - йәш быуынға лайыҡлы өлгө

"Намыҫ идеалдарына, ғаиләһенә, халҡына һәм бөтә илебеҙгә тоғро ҡала".

Ул - йәш быуынға лайыҡлы өлгөУл - йәш быуынға лайыҡлы өлгө
Ул - йәш быуынға лайыҡлы өлгө

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов үҙ сәхифәһендә “Башҡортостан геройҙары” программаһының финалында ҡатнашҡан яҡташы – Радик Ғәлимов тураһында һөйләне.

“Ватанға тоғролоҡ һәм уға хеҙмәт итеү тураһында һөйләгәндә, Радик Ғәлимов – лайыҡлы өлгө. Был хаҡта уның “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыуы ваҡытында кәңәшсеһе булараҡ ҡына түгел, ә ысын күңелдән хөрмәт иткән яҡташым булараҡ та әйтәм.

Радик Рафиҡ улының иңендә – хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүгә, ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтендә эшләүгә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға арналған йылдар. Был исемлек – уның ҡаҙаныштарының бер генә өлөшө. Арымай-талмай яугирҙәргә ярҙам күрһәтеп, шул ҡәҙәре әһәмиәтле булған гуманитар йөк ташып, үҙенең хеҙмәте менән булышлыҡ итеп, ул намыҫ идеалдарына, ғаиләһенә, халҡына һәм бөтә илебеҙгә тоғро ҡала.

Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең хеҙмәт – йәш быуын өсөн лайыҡлы өлгө!” – тип яҙҙы Риф Сәғәҙәтулла улы.

Сығанаҡ: vk.com/yusupovrif?ysclid=mh5zenwqlu500341346

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас