Геройҙар дәүере
27 Октябрь 2025, 06:00

"Был хат улымдың ҡанына мансылып бөткән..."

Мәрхүм яугирҙең ата-әсәһе менән бергә иланыҡ...

"Был хат улымдың ҡанына мансылып бөткән...""Был хат улымдың ҡанына мансылып бөткән..."
"Был хат улымдың ҡанына мансылып бөткән..."

Баймаҡ районы Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатоваға һәм VII класс уҡыусыһы Айзилә Сирусинаға МХО яугире, мәрхүм Рөстәм Муллағәләмовтың аманатын уның ата-әсәһе Рузилә апай һәм Раил ағай тапшырған.

Был хаҡта Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова хәбәр итә.

"Билал ауыл китапханаһында МХО яугирҙәренә йыш ҡына хаттар яҙабыҙ. Февраль айында VII класс уҡыусылары менән яҙған хатыбыҙ Баймаҡ районының Басай ауылы егете Муллағәләмов Рөстәм Раил улының ҡулына эләгә. Был хат Айзилә Сирусинаныҡы була. Хат яҙған көн бөгөнгөләй хәтерҙә. Уҡыусылар китапханаға йыйылғас, хатты нисек башлап китергә, нимәләр яҙырға бер аҙ аптырап ҡалдылар. "Үҙегеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй хис-тойғолар бар, шуларҙы яҙығыҙ. Һалдат ағайҙарығыҙға изге теләктәрегеҙҙе теләгеҙ", - тигәйнем.

Айгизәнең күңел йылыһы һалынған хаты яу ҡырында йөрөгән Рөстәмгә тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып етә. Һалдат егет ата-әсәһенә шылтыратҡанында хат тураһында әйтә: "Имен-һау тыуған яҡтарыма ҡайтһам, Билал ауылы китапханасыһына һәм хат яҙған уҡыусыға бүләктәр алып барып күреп ҡайтам", - ти. Үкенескә ҡаршы, махсус хәрби операция барышында Рөстәм батырҙарса һәләк була.

Был хаҡта яугирҙең әсәһе Рузилә апай бына нимәләр һөйләй: "Рөстәмдең үле хәбәрен еткерҙеләр. Уның кеҫәһендә Билал урта мәктәбе уҡыусыһы Айзиләнең хаты табыла. Балаҡайғынам хатты ҡырҡ асып уҡып, ҡәҙерләп кенә һаҡлап алып йөрөгән. Улымдың ҡанына мансылып, ҡан еҫе һеңеп бөткән. Мин уны һыулап һөртөп тә ҡараным, ҡан еҫен бөтөрә алманым. Рөстәм улымдың әйткән һүҙен, аманатын тапшырырға күргән төшөм сәбәп булды. Әллә ошо хат тураһында йыш уйлап йөрөгәнгә, һуңғы ваҡыт бер нисә тапҡыр улым төшөмә инде. "Хат яҙыусыларҙы барып күрҙеңме, бүләк тапшырҙыңмы?" - тип һорай. Улымдың аманатын үтәп ҡуяйыҡ тип килдек. Беҙҙең менән мәктәптә осрашыу үткәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уҡыусылар яҙған хаттар һалдаттар ҙур шатлыҡ, уларҙы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтәләр, тыныс минуттарҙа йылылыҡ менән уҡыйҙар. Рөстәм улым шуға ла хатты күҙ ҡараһында һаҡлағандыр инде", - ти, күҙ йәшенә мансылып. Раил ағай менән Рузилә апайҙың бер туҡтауһыҙ беҙҙе ҡосаҡлап илауҙарына беҙ ҙә күҙ йәштәрен тыя алманыҡ.

Мәктәп директоры Арсен Арыҫлан улы уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп: "Беҙҙең уҡыусыбыҙ яҙған хат күпме юлдар үтеп, кире тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Һуғыштар тамамланып, яугирҙәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Күгебеҙ аяҙ, күңелдәребеҙ саф, уйҙарыбыҙ изге булһын", - тине.

Басай егете Рөстәмдең аманат алдыҡ. Тыныс йоҡла, яугир! Һинең ата-әсәйеңә, туғандарыңа сабырлыҡ теләйбеҙ", - тип яҙған Райхана Эдуард ҡыҙы.

Әйткәндәй, был хат тураһында беҙ гәзитебеҙҙең сайтында яҙып үткәйнек инде.

Сығанаҡ: Билал ауылы китапханаһы.

"Был хат улымдың ҡанына мансылып бөткән..."
"Был хат улымдың ҡанына мансылып бөткән..."
"Был хат улымдың ҡанына мансылып бөткән..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас