

Ҡариҙел районының Нәһретдин ауылы хужабикәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн тәмле лә, файҙалы ла күстәнәс әҙерләү өсөн йыйылды. Улар бөгөн бөтә күңел йылыһын һалып, кәбеҫтә тоҙланы.
“Тоҙланған кәбеҫтә – С витамины хазинаһы, сәләмәтлекте һаҡлау һәм иммун системаһын нығытыуҙа ҙур роль уйнай”, ти хужабикәләр. Был аҙыҡтың йөҙ грамында 20 миллиграмдан 50 миллиграмға тиклем аскорбин кислотаһы бар. Ә тоҙланмаған кәбеҫтәлә ул ике-биш тапҡырға кәм.
Ирекмәндәр өй шарттарында әҙерләнгән кәбеҫтә яугирҙәргә оҡшар, аҙ булһа ла туҡланыу рационын төрләндерергә ярҙам итер, тыуған яҡты һәм йылы йорттарын иҫкә төшөрөр, тип уйлай. Нәһретдин ҡатын-ҡыҙҙары, тәмле күстәнәстәрен иң изге теләктәр теләп, Ватан һаҡсыларына оҙатты. Егеттәрҙең иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын улар сабырлыҡ менән көтә.
Фото:”Ҡариҙел” гәзите.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!