

Махсус хәрби операция ветераны һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы “Абилимпикс” милли чемпионатында икенсе урынды яуланы.
Был көндәрҙә Мәскәүҙә “Абилимпикс” милли чемпионаты бара. Беҙ был саранан шатлыҡлы хәбәр алдыҡ: Артем Мөхәррәмов “Һанлы программа менән идара ителеүсе станоктарҙа токарь эштәре” номинацияһында икенсе урынды алды.
“Көтмәгәйнем, әммә шатмын. “Абилимпикс” – мине йылы ҡабул иткән ҙур ғаилә ул. Бөтә нәмәлә – яңы компетенция үҙләштереүҙә, һаулығым сикләнгән булһа ла, элекке һөнәремә ҡайтыуҙа – ярҙам иттеләр. Ойоштороусыларға, “Ватанды һаҡлаусылар” фондына ҙур рәхмәт”, – ти Артем.
Ул үҙе Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. Урта махсус белем алған, заводта эшләгән, 2013 – 2014 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткән. 2014 йылдың мартынан майға саҡлы Ростов өлкәһендә сик буйын һаҡлаған, “Ҡырымды кире ҡайтарған өсөн” миҙалы менән наградланған.
Махсус хәрби операция башланғас та ул разведка ротаһында БМП тоҫҡаусы-операторы була. МХО барышында ҙур ҡаһарманлыҡ һәм геройлыҡ күрһәтә. Ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана, уның наградалары араһында “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы ла бар. 2023 йылда Авдеевканы штурмлағанда ауыр яралана, ҡулын юғалта. Быйыл ғинуарҙан алып ул “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалында социаль координатор булып эшләй, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәм МХО ветерандарына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Артем – илһөйәрлек сараларының әүҙем ҡатнашыусыһы, спортсы һәм үҙ иленең ысын патриоты.
Артемды ҡотлайбыҙ һәм бөтә башланғыстарында уңыш теләйбеҙ!
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.