

Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һәм “Башҡортостан геройҙары” дәүләт кадрҙар программаһында финалға сыҡҡан Олег Конев Салауат районына сәфәр ҡылып, район йәштәре менән осрашҡан. Программаның финалына сығыусылар барыһы ла әлеге мәлдә дәүләт органдарында эшләү нескәлектәренә төшөнә, эш тәртибен өйрәнә, кәңәшмәләрҙә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша, тәжрибә туплай.
Салуат районындағы осрашыу дуҫтарса йылы аралашыу тәртибендә үткән. Ҡатнашыусылар профессиональ йәһәттән үҫеү мөмкинлектәре, шулай уҡ республикала йәштәр тормошо тураһында фекер алышҡан.
“Башҡортостан геройҙары” программаһында финалға сығыуға өлгәшкән Олег Конев – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Уның менән күрешеү йәштәргә айырыуса көслө тәьҫир иткән. Вито Сабиров – МХО яугиренең программа финалындағы кәңәшсеһе. Олег әле респубиканың йәштәр сәйәсәте системаһы менән таныша, үҙе кеүек йәштәр, үҫмерҙәр алдында сығыш яһай, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу буйынса үҙ тарихы менән уртаҡлаша. Бындай осрашыуҙар йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон нығытырға ярҙам итә.
Фото: vk.com/geroi_bashkortostana
Рәүилә Ғатауллина.