

Күптән түгел “Клевер” позывнойлы шәфҡәт туташы, хәрби контракты тамамланыу менән, Туймазы районы Серафимовка ауылына әйләнеп ҡайтҡан.
Разия Абдуллина Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында биш тапҡыр командировкала булған, ауыр шарттарҙа хеҙмәт иткән. Юғары профессионализм һәм фиҙакәрлек өсөн «Һәләк булып барғандарҙы ҡотҡарған өсөн » миҙалы менән наградланған.
Шәфҡәт туташы Разия Абдуллинаның эш стажы 38 йыл тәшкил итә. Хәрби госпиталгә ул бер йәмәғәт ойошмаһы аша эләккән.
Госпиталь фронт һыҙатында, яралылар ағымы өҙлөкһөҙ, булды ти ул. “Мартта мин Херсон янында десант-штурм дивизияһының медрота яугире булдым, — тип һөйләй шәфҡәт туташы. Урында уҡ табиптарға тыныс халыҡ араһында СБУ агенттары күп булыуы тураһында әйттеләр. Улар араһында үҫмерҙәр ҙә, ҡарттар ҙа, рус телендә һөйләшкән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булыуы мөмкин. Ҡайһы берҙә улар һалдаттарҙы ағыулы аш-һыу менән һыйлай. Һуңынан һалдаттар ауыр ағыуланыуҙар менән реанимацияға эләгә”, - тип хәтерләй яугир.
Дрон-разведчиктар һәм коптерҙар даими рәүештә тирә-яҡта осҡанға, госпиталь урындағы заводтың подвалында урынлашҡан булған.
“Эшкә шунда уҡ сумдым. Беренсе сменаға - 30 яралы, икенсеһенә 40 яралы килде. Бөтәһе лә тиерлек күп төрлө ауыр яралар менән. Табиптар даими хәрәкәттә. Бер сменала 50-шәр система һалалар, уколдарҙың һаны юҡ. Хәрби медицинала яралыны бер сәғәт эсендә госпиталгә алып барып еткерергә кәрәк тигән ҡағиҙә бар. Артабан уның иҫән ҡалыу ихтималлығы, махсус процент шкалаһына ярашлы, кәмей. Табиптар командаһы быға юл ҡуймаҫ өсөн урында эшләй”, - ти яугир.
Баш табип даими рәүештә бөтә участкаларҙы ҡарап сыға һәм коллегаларының эшен тикшерә. Йыш ҡына ул Разияны реанимация бүлегенән ҡыуып тигәндәй сығара.
– Рядовой "Клевер", һеҙҙең сменағыҙ тамамланған, бында ни эшләйһегеҙ?
— Мин арыманым, бында ла ҡалырға мөмкин, – тип яуаплай Разия Абдуллина.
Ҡатын яугирҙәр өсөн күберәк файҙа килтерергә теләүен таный. Уларҙың күбеһе Башҡортостандан булған. Һуңынан яҡташтары уға һәм коллегаларына башҡорт һәм татар телдәрендә хаттар яҙа, госпиталгә сәй, шәкәр, аҙыҡ-түлек менән посылкалар ебәрә. Бындай мәлдәрҙә махсус хәрби операция зонаһында эшләү тураһында ҡарарҙың дөрөҫ булыуын аңлай ул. Шул уҡ ваҡытта ҡатын психологик көсөргәнеш бик көслө булыуын таный, бигерәк тә ҡулһыҙ-аяҡһыҙ һалдаттарҙы ҡалаҡтан ашатҡанда ир-егеттәрҙе йәлләй.
Разия ханым, ниһайәт, тыуған Серафимовка ҡасабаһына әйләнеп ҡайтҡас, ғаиләһе быға бик шатлана. "Әлегә яңы контракт төҙөргә йыйынмайым, - ти ҡатын. - Хәҙер яҡындарыма күберәк ваҡыт бүлергә тырышам. Ватан алдында бурысымды үтәнем”.
(Эмиль Мусин яҙмаһынан).
Фото: “АиФ в Башкортостане” гәзитенән.