

Мәләүез ҡалаһында “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы социаль координаторҙары психологтар менән яуҙа башын һалған ҡаһармандарҙың атай-әсәйҙәре, ҡатындарының осрашыуын үткәрҙе. Ғәзиз улын юғалтҡандарға артабан нисек йәшәргә, ҡайғыһын кемгә һөйләргә? Ҡайҙан йәшәү көсөн табырға?
Психологтар Ольга Кожелупенко, Наталья Иванова сараға килгәндәргә практик күнегеүҙәр күрһәтте, индивидуаль ҡабул ителеүгә яҙылырға саҡырҙы. (Психолог менән кәңәшләшер өсөн алдан яҙылыу мотлаҡ).
Социаль координатор Ләйсән Мәхмүтованың да психология буйынса белеме бар, уның сығышын да сараға килгәндәр ихлас тыңланы.
Мәләүез ҡалаһында капиталь ремонттан һуң ишеген асҡан яугирҙәргә ярҙам итеү үҙәгендә атай-әсәйҙәр, ҡатындары, яҡындары өсөн махсус бүлмә лә барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәре теләгәндә ошонда килеп сәй өҫтәле артында аралашыу мөмкинлегенә эйә.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.