

Маскировка селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн "тау итәге"нә әйләнә. Шуға күрә селтәрҙәр яугирҙәребеҙгә бик кәрәк. Үҙҙәре лә ошо хаҡта белдерә.
Битараф булмаған стәрлетамаҡтар мөһим һәм изге эшкә ҡушылды. Маскировка селтәрен үреү бигүк еңел эш түгел. Улар һәр таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен дә ҡушып әйтә. Был яугирҙәрҙе һаҡлай.
Балалар ҙа изге эштән ситтә ҡалмай: Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 4-се гимназияның С.Г. Исаева етәкселегендәге 6 “б” класы уҡыусылары “Бергәләп еңеүгә” хәрәкәте ирекмәндәре менән берлектә маскировка селтәрҙәрен үрергә ярҙам итте.
Шулай итеп, яугирҙәргә ярҙам итеүгә халыҡты өндәргә кәрәкмәй, һәр кем был изге эшкә ҙур теләк менән ҡушыла. Стәрлетамаҡтар әҙерләгән селтәрҙәр яугирҙәребеҙҙе һаҡлар, тыуған төйәктән ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Иң мөһиме: иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар.
Фотолар: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!