Геройҙар дәүере
8 Ноябрь 2025, 14:30

“Башҡортостан геройҙары” уҡыуҙарҙың тағы бер өлөшөн тамамланы

Белем алыуҙың икенсе модуле иҡтисад һәм финанстар өлкәһенә арналған

“Башҡортостан геройҙары” уҡыуҙарҙың тағы бер өлөшөн тамамланы“Башҡортостан геройҙары” уҡыуҙарҙың тағы бер өлөшөн тамамланы
“Башҡортостан геройҙары” уҡыуҙарҙың тағы бер өлөшөн тамамланы

МХО яугирҙәренә тәғәйенләнгән “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһының финалсылары белемдәрен тәрәнәйтеүҙе дауам итә.

27 октябрҙән 4 ноябргә тиклем уларға белем алыуҙың икенсе модуле уҙғарылған. Уҡыуҙар “Красноусольск” шифаханаһында барған. 10 көн буйы ҡатнашыусылар “Иҡтисад һәм финанстар” темаһын өйрәнгән, хәҙерге шарттарҙа идара итеү эшендә иң кәрәкле алымдар менән танышҡан. Был турала программаның рәсми социаль селтәрҙәрендә хәбәр ителә.

Әлеге модуль программаһы ла бик тығыҙ, ысынбарлыҡтағы эш алымдарына йүнәлтелгән. Әүҙем лекцияларҙан тыш, финалсылар республиканың алдынғы предприятиеларында булып, ундағы эште үҙ күҙҙәре менән күргән.

Команда менән бер булып эшләүгә, яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштереүгә, эшлекле бәйләнештәр булдырырға өйрәнеүгә айырым иғтибар бүленгән.

Уҡыуҙарға килгәндә, уның беренсе модуле “Патриот” паркында уҙғарылды һәм ул саҡта һәр финалсыға республика башҡарма власе органдары, муниципалитеттар һәм эре коммерция предприятиелары етәкселәре араһынан кәңәшсе билдәләнде. Август-сентябрь айҙарында МХО-ла ҡатнашыусыларға тәғәйенләнгән программа финалсылары стажировка үтте, унда эш тәртибен, идара итеү практикаларын өйрәнде. Был тәжрибә уртаҡлашыу алымы артабан да дауам итә.

Мәғлүмәт сығанағы, фото: vk.com/geroi_bashkortostana

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас