Геройҙар дәүере
8 Ноябрь 2025, 10:00

Йырсының ире махсус хәрби операциянан бик ҡаты яраланып ҡайтҡан

“Йәлләтер өсөн әйтмәнем. Йыл ярым эсендә меңләгән смс килде, саф күңелле тамашасым өсөн яҙҙым”,  - тигән ул.

Йырсының ире махсус хәрби операциянан бик ҡаты яраланып ҡайтҡанЙырсының ире махсус хәрби операциянан бик ҡаты яраланып ҡайтҡан
Йырсының ире махсус хәрби операциянан бик ҡаты яраланып ҡайтҡан

“Интертат” төркөмө хәбәр итеүенсә, йырсы Иркәнең ире Артур махсус хәрби операциянан бик ҡаты яраланып ҡайтҡан.

Ул бер аяғын юҡалтҡан, уға протез ҡуйғандар. Был хаҡта йырсы социаль селтәрҙәрҙә яҙылыусыларҙан килгән күп һанлы һорауҙарға яуап биргәндә әйткән, видеояҙмаһын да күрһәткән.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Иркәнең ире өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға киткән ине. Былтыр ул ҡаты яраланып, оҙаҡ ваҡыт госпиталддә ятты. Әле йырсы ҡатыны менән бергә гастролдәргә йөрөй.

“Артурҙың минең менән гастролдәргә йөрөүе тураһында хәбәр иткән инем. Яуҙан ҡайтҡас, бер аҙ үҙгәрештәр булыуын аңлағанһығыҙҙыр инде. Әммә ул үҙен көсһөҙ итеп күрһәтеп, меҫкенләнеп ултыра торған егет түгел. Беҙ уға бөтә ғаиләбеҙ менән ярҙам иттек. Ул хәҙер тауыш режиссеры булып, минең командала эшләй. Эше бик яҡшы килеп сыға, ул булдыра. Артур аппаратура тейәп йөрөй торған “ГАЗель”де лә йөрөтә”,  - тип яҙған Иркә.

Шулай уҡ йырсы тағы ла бик күп үҙгәрештәр буласағын да әйткән.

“Мин тормошомдоң үҙгәрештәргә тулы осоронда йәшәйем. Һәр һынауҙы лайыҡлы үтергә тырышам. Рәхмәт минең менән бергә булғанығыҙ өсөн. Йәлләтер өсөн әйтмәнем. Йыл ярым эсендә меңләгән смс килде, саф күңелле тамашасым өсөн яҙҙым”,  - тигән ул.

Бирешмәгеҙ! Беҙ ҙә һеҙҙең өсөн шатбыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Йырсының ире махсус хәрби операциянан бик ҡаты яраланып ҡайтҡан
Йырсының ире махсус хәрби операциянан бик ҡаты яраланып ҡайтҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас