Уларҙың ныҡлығында – Рәсәй көсө!
Ғафури районының көслө зат вәкилдәре үҙҙәренең ысын ир-егеттәргә хас ғәмәлдәре менән Тыуған илгә тоғролоғон раҫлай.
Красноусол ауылынан “Албанец” позывнойлы Айнур исемле яугир – 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операция биләмәһендә. Ул генерал Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальонына ир-егеттәрҙе йыя башлағас уҡ үҙ ирке менән ҡушылды.
“Албанец” командирҙың ҡоралландырыу буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Генерал Шайморатов миҙалы кавалеры, Жуков миҙалына һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған. Күптән түгел яугирҙең ҡыҫҡа ваҡытлы ялы тамамланды. “Албанец” алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ә өйҙә уны яратҡан ҡатыны һәм ике балаһы көтә.
Айнур Ватан һаҡсыһы юлын һайлаған. Бындай егеттәр – ғорурлығыбыҙ һәм терәгебеҙ! Уларҙың ныҡлығында – Рәсәй көсө! Һалдаттарыбыҙға ышанабыҙ. Барыһының да имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фотолар: Ғафури районы хакимиәте.
Айһылыу Низамова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!