Геройҙар дәүере
17 Ноябрь 2025, 09:00

Еңеү паркында һәйкәл асылды

– Был – тарихыбыҙҙың тағы бер бите, быуындар бәйләнеше сағылышы, – ти Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.

Еңеү паркында һәйкәл асылдыЕңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды

Саҡмағоштар район үҙәгенең Еңеү паркында яҡташтарына – локаль һуғыштарҙа, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар һәм махсус хәрби операция яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл асты.

– Был – тарихыбыҙҙың тағы бер бите, быуындар бәйләнеше сағылышы. Һәйкәлгә тәрән мәғәнә һалынған. Ул ватылған ике плитәнән тора: Ватанды һаҡлаусыларға һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, ошо юлда үҙ ғүмерҙәрен биргәндәргә арналған. Улар араһындағы ҡыҙыл яҡтылыҡ ҡойолған ҡанды сағылдыра, плитәләр пьедесталына ҡуйылған ҡара ләлә сәскәһе беҙгә тыныслыҡтың мөһимлеген, азатлыҡ хаҡын иҫкә төшөрә. Махсус хәрби операция тамамланғас, яугирҙәребеҙҙең исемен мәңгеләштерәсәкбеҙ. Һәйкәлгә геройҙарға хөрмәт күрһәтеү, тыныслыҡ, азатлыҡ өсөн мәңгелек рәхмәт йөҙөнән сәскәләр һалыу өсөн хәрбиҙәрҙең туғандары, яҡындары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, хеҙмәттәштәре, йәш һәм өлкән быуын киләсәк, – тигән фекерҙә Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.

Ул мөһим проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Объект парк биләмәһенә ҡуйылған мемориалдар комплексына өҫтәмә, саҡмағоштарҙың батырлығы, сыҙамлығы тураһында мәңгелек хәтер булып тора.

Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғышҡан ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында хәтерҙе һаҡлайбыҙ, бөгөнгө Ватаныбыҙҙың именлеген тәьмин итеүселәр менән ғорурланабыҙ, ти саҡмағоштар.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәтенән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Еңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды
Еңеү паркында һәйкәл асылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас