Геройҙар дәүере
17 Ноябрь 2025, 11:00

Үҙ ғүмерен аямай...

Яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта яралы яугирҙәрҙе ҡотҡарған.

Үҙ ғүмерен аямай...Үҙ ғүмерен аямай...
Үҙ ғүмерен аямай...

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Максим Баллға генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Яҡташыбыҙ юғары наградаға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге һәм батырлығы өсөн лайыҡ булды.

Максим Балль – спорт көрәше буйынса тренер. МХО-ға ул үҙ теләге менән китә һәм хәрби бурыстарын “Терек” казак разведка бригадаһы подразделениеһында үтәй. “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

– Беҙҙең яҡлаусылар Оборона министрлығының төрлө подразделениеларында һәм ирекле батальондарҙа хеҙмәт итә. Максим Валерьевич алғы линияла, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, яралы яугирҙәрҙе ҡотҡара, уларҙы хәүефле урындарҙан эвакуациялай. Батырлығығыҙ өсөн рәхмәт, –тине Радий Хәбиров.

Хәрби хеҙмәткәр-разведчик Башҡортостан етәкселегенә һәм республика халҡына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына  https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас