Геройҙар дәүере
18 Ноябрь 2025, 14:45

Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды

Стәрлетамаҡтарҙың, рәсми сығанаҡтарҙа мәғлүмәт булмаһа ла, тиҙ генә бер-береһенә хәбәр итеп, изге эште атҡарыуҙары – һоҡланғыс күренеш. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең татыу һәм дуҫ икәнлеген раҫланы.

Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылдыСтәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды
Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды

Бөгөн Стәрлетамаҡта яраланған яугирҙәр тейәлгән поезд бер аҙға ғына туҡтаны. Был хаҡта белеп ҡалған ҡала халҡы ошо хаҡтағы хәбәрҙе бер-береһенә чаттар аша таратты. Һөҙөмтәлә перронға бер меңдән ашыу кеше килгәйне. Уларҙың һәр береһе төрлө ҡаптарҙа күстәнәс тотҡайны, хатта автомобилдәрҙә аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр килтереүселәр бар ине. Араларында хатта йөк машинаһында әйберҙәр килтергәндәре булды.  

Яугирҙәребеҙгә терәк булырға Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович Шәймәрҙәнов килгәйне. Уның менән бергә ветерандар “Стерх” предприятиеһының бешерелгән аҙыҡ-түлеген бирҙе. Шуны билдәләргә кәрәк, Эмиль Владиславович ҡала мэры итеп тәғәйенләнгән көндө үк трибунанан уның өсөн иң төп бурыс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү икәнлеге тураһында белдерҙе һәм эш башлаған көндәрҙә үк тиерлек  ул, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк оҙатып, яҡташ яугирҙәр янына юлланды. Бөгөн дә стәрлетамаҡтар яугирҙәребеҙҙе ярҙамдан өҙмәй.

Стәрлетамаҡтар поезд туҡтаған ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өй йылыһын биреп ҡалырға, үҙҙәренең сикһеҙ рәхмәтен һәм хәстәрлеген күрһәтергә ынтылды.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙәребеҙҙе оҙатып килгәндәр барлыҡ ярҙамды ла, медицина һәм хәүефһеҙлек талаптарынан сығып, ҡабул итә алманы. Шуға күрә ветерандар ойошмалары менән берлектә гуманитар йөктө перронда ҡабул иттек һәм уны артабан махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу өсөн логистик үҙәккә алып барҙыҡ”, - тип хәбәр итте Стәрлетамаҡ ҡалаһының МХО вентерандары ассоциацияһы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Стәрлетамаҡтарҙың, рәсми сығанаҡтарҙа мәғлүмәт булмаһа ла, тиҙ генә бер-береһенә хәбәр итеп, изге эште атҡарыуҙары – һоҡланғыс күренеш. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең татыу һәм дуҫ икәнлеген раҫланы.

Сығанаҡ, фотолар: Стәрлетамаҡ ҡалаһының МХО ветерандары ассоциацияһы.

Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды
Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды
Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды
Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды
Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды
Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды
Стәрлетамаҡтар өй йылыһын биреп ҡалырға, хәстәрлек күрергә ынтылды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас