Геройҙар дәүере
19 Ноября 2025, 11:30

“Ойоҡбаштарыбыҙ күңелдәрен дә йылытһын...”

Күмәк көс менән  яугирҙәргә утыҙ пар ойоҡбаш әҙерләнде. Ҡул эштәре оҫталарының һәр береһенең тиерлек яҡын кешеләре – улдары, атайҙары, ирҙәре, кейәүҙәре  –  бөгөн алғы һыҙыҡта.  

“Ойоҡбаштарыбыҙ  күңелдәрен дә йылытһын...”“Ойоҡбаштарыбыҙ  күңелдәрен дә йылытһын...”
“Ойоҡбаштарыбыҙ күңелдәрен дә йылытһын...”

Тәтешле районы халҡы махсус хәрби операция башланыу менән яҡташтарына гуманитар ярҙам әҙерләүгә дәррәү тотондо.  Ватан һағында торған егеттәрҙең күңелен  күтәреү, өй йылыһы менән уртаҡлашыу өсөн яҡташтар туҡмас ҡырҡа, сәк-сәк бешерә, шифалы  үлән сәйҙәрен ҡаптарға тултырып оҙата.

 Аҡсәйет ауыл советы биләмәһенә ҡараған Йосоп һәм Биҙ ауылдары халҡы ла еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ өлөшөн индерә, аҡса йыя, аҙыҡ-түлек, дарыу үләндәре  әҙерләй.  Бына бер ай инде ауыл клубында  ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып,  ҡул эштәре менән шөғөлләнә.  Китапханасы Миләүшә Әхмәтова, уҡытыусы Элиза Әхмәтова, почтальон Зөһрә Мусина, фельдшер Фәйрүзә Суфиянова, социаль хеҙмәткәр Лариса Әхмәтова, ветеран-уҡытыусы Гөлсәриә Мөхәмәтова, хужабикәләр Сафина Мөхәмәтдинова, Светлана һәм Әлфиә Шәйисламовалар, Мәзүрә Кашапова, Рәзимә Авзалова, Әлфинә һәм Гөлсәсәк Минәхмәтовалар кискеһен күмәкләп йыйылып,  яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар бәйләне, тип яҙа “Тәтешле хәбәрҙәре” гәзите.  Берәүҙәр йөн тетте, икенселәре иләне, өсөнсөләр бәйләмгә тотондо. Шулай итеп, күмәк көс менән  яугирҙәргә утыҙ пар ойоҡбаш әҙерләнде. Ҡул эштәре оҫталарының һәр береһенең тиерлек яҡын кешеләре – улдары, атайҙары, ирҙәре, кейәүҙәре  –  бөгөн алғы һыҙыҡта.  Бәйләм өсөн  ауылда һарыҡ йөнө табыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырманы. Тамсынан күл йыйыла, тигәндәй,  сеймал да етерлек тупланды.  Йылы ойоҡбаштар менән бергә яугирҙәргә тәмле күстәнәстәр, хаттар оҙатылды. Ауылдаштар ҡәҙерле кешеләренең иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтә.

 А. Шәрипова фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас